Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Июля 2025, 12:00

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы

Үҙенең тәбрикләү сығышында Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова баҫманың тоғро дуҫтарына рәхмәт белдерҙе, иң изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан ул ошо бәйгелә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәрҙе Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Почта хеҙмәткәрҙәре араһында иғлан ителгән конкурста 1-се урынды Ҡолсора почта бүлексәһе почтальоны Миңлегөл Латыпова яуланы – уға робот саңһурҙырғысы тапшырылды. 2-се урынды Билал почта бүлексәһе почтальоны Роза Биктимерова алды. 3-сө урынғаТемәс почта бүлексәһе почтальоны Ләйсән Байраҡаева сыҡты.

Үткән аҙнала “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 2025 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне.

Һаҡмар” дуҫтарын йыя” исемле сарала район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, район Советының баш белгесе Нурия Сирбаева, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова, ауыл биләмәһе башлыҡтары, почта бүлексәләре начальниктары һәм почтальондары, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, 2025 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы еңелдән булманы, уға тормошобоҙҙағы, донъялағы хәл-ваҡиғалар ҙа кире йоғонто яһамай ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, ошо сарала ҡатнашыусыларҙың, район, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең, мәғариф бүлегенең, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының, почта хеҙмәткәрәҙренең, ҡала һәм райондың хеҙмәт коллективтарының тырышлығы һәм ныҡышмалы хеҙмәте менән “Һаҡмар” гәзите үҙ тиражын һаҡлап ҡала алды. Быны бөгөнгө шарттарҙа үҙенә күрә ҙур еңеү тип баһаларға кәрәк.

Подписка йомғаҡтары буйынса Билал (хакимиәт башлығы Иҫәнъюлов Данис Рәфҡәт улы), Таулыҡай (Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы), Беренсе Этҡол (Мәхмүтов Шамил Азат улы), Ишбирҙе (Иҙелбаев Динар Радик улы), Ниғәмәт (Әминев Амур Зиннәтулла улы), Ярат (Байымова Альбина Булат ҡыҙы), Темәс (Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы) ауыл биләмәләре иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Шул уҡ ваҡытта Ҡолсора (Ишмырҙин Ришат Садиҡ улы), Ишмөхәмәт (Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы), Ишмырҙа (Йәнбирҙина Ләйсән Фәрит ҡыҙы), Татлыбай (Иҙрисов Руслан Әхтәм улы), Сибай (Сибаев Айнур Мөхтәр улы) ауыл биләмәләре лә гәзиткә яҙылыуҙы тейешле кимәлдә ойошторҙо. Ә бына башҡа ауыл биләмәләрендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираждың кәмеүе күҙәтелде.

Үҙенең тәбрикләү сығышында Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова баҫманың тоғро дуҫтарына рәхмәт белдерҙе, иң изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан ул ошо бәйгелә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәрҙе Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Почта хеҙмәткәрҙәре араһында иғлан ителгән конкурста 1-се урынды Ҡолсора почта бүлексәһе почтальоны Миңлегөл Латыпова яуланы – уға робот саңһурҙырғысы тапшырылды. 2-се урынды Билал почта бүлексәһе почтальоны Роза Биктимерова алды. 3-сө урынғаТемәс почта бүлексәһе почтальоны Ләйсән Байраҡаева сыҡты.

Эште яҡшы ойошторғандары, тиражды һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергәндәре өсөн Беренсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Гөлнара Йәндәүләтова, Беренсе Төркмән почта бүлексәһе начальнигы Нәғимә Йәнғәлина, Таулыҡай почта бүлексәһе почтальоны Ишһылыу Ғәзизова, Икенсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Нәсимә Мәхмүтова, Ниғәмәт почта бүлексәһе начальнигы гөлсинә Әминева, Татлыбай почта бүлексәһе почтальоны Ғәзимә Йәнтүрина, Йомаш почта бүлексәһе почтальоны Венера Иҫәнова, Ишбирҙе почта бүлексәһе начальнигы Сажиҙә Кәримова, Күсей ауылы почтальоны Наилә Баймөхәмәтова, Ярат почта бүлексәһе почтальоны Сулпан Үҙәнбаева, Ишмырҙа почта бүлексәһе почтальоны Рәмзилә Мырҙағолова Баймаҡ мәғлүмәт үҙәненең Рәхмәт хаты һәм бүләгенә лайыҡ булды.

Һаҡмар” гәзитен халыҡ араһында таратыуға, уның тиражын һаҡлауға тос өлөш индергәне, милли матбуғатты әүҙем пропагандалағаны өсөн Беренсе Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманова, райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова, Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева, Иҫке Сибай ауылынан әүҙем йәмәғәтсе Зөһрә Ғәйнуллина тәбрикәлнде.

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы йылына ике тапҡыр ауыл биләмәләре араһында “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы иғлан итә һәм ул үҙенең тос емештәрен бирә. Ойошма рәйесе Ришат Ишембәтовтың тырышлығы менән башланған был бәйге оҙаҡ йылдар тормошҡа ашырыла һәм бөгөн дә уңышлы дауам итә. Әлеге конкурста Билал ауыл биләмәһе лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы. Икенсе урынды – Таулыҡай, Ишбирҙе һәм Беренсе Этҡол, өсөнсө урындарҙы Ярат, Темәс, Ниғәмәт ауыл биләмәләре яуланы. Уларға Ҡоролтайҙың дипломдары һәм аҡсалата премиялары тапшырылды.

Тантанала сығыш яһап, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов “Һаҡмар” гәзите редакцияһының матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһап, иң-иңдәрҙе билдәләүен юғары баһаланы, журналистарға, подписканы ойоштороуға һәм үткәреүгә күп көс һалғандарға рәхмәт белдерҙе. “Район баҫмаһының тиражын артабан һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, ә уны арттырырға кәрәк һәм был тәңгәлдә беҙгә бергәләшеп эшләү мөһим”, - тине ул.

Матбуғат кампанияһы осоронда ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн район Советы, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, үҙәк район китапханаһы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта даими бағыусылыҡ ярҙамы өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы башлыҡтары Гөлнара Байрамғолова, Нияз Уразбаев, Фаил Ҡоланбаев һәм башҡаларға тәбрик һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Һаҡмар” гәзите үҙенең дуҫтары менән көслө. Ағымдағы матбуғат кампанияһы был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы. Дуҫлығыбыҙ артабан да дауам итһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас