Белорет районының полиция бүлегенә 35 йәшлек мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәре мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Кисә ғариза биреүсегә билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Әңгәмәсе үҙен «инвестиция компанияһы хеҙмәткәре» тип таныштыра һәм онлайн-эш тәҡдим итә, өҫтәмә эш хаҡы вариантын ҡараған ҡала ҡатын тәҡдимгә ризалаша. Артабан ҡатын-ҡыҙҙың номеры «белгескә» тапшырыла, ул уның «кураторы»итеп таныштыра. Енәйәтселәр етәкселегендә педагог ҡушымтаны телефонына күсереп ала, системала теркәлә һәм үҙенең тәүге "эштәрен! башлай. Бер ай дауамында зыян күреүсе үҙенең «инвестиция портфеленә» 1,5 миллион һум самаһы аҡса индерә, тағы ла 500 мең һум самаһы кредит ала һәм таныштарынан бурысҡа ала. Килемдең тиҙ үҫеүен күҙәтеп, ҡатын дивидендтарҙы сығарырға маташа. Әммә мутлашыусылар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай, ә шәхси кабинетҡа инеү тыйыла.
Тағы бер мутлашыу осрағында 30 йәштәге ҡатынған "Энергосбыт"тан тип шылтыраталар һәм электр иҫәпләгесен "алмаштырыу өсөн" ебәрелгән кодты әйтергә ҡушалар. Ҡатын әйтә. Унан уға йәнәһе лә банк хеҙмәткәре шылтырата. Ул һеҙҙең иҫәпкә кредит алырға маталашалар, уны туҡтатыу өсөн 300 мең кредит алырға кәрәк тип алдайҙар. Ҡатын кредит алып, аферистарға күсерә.
Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ! Бер ҡасан да телефонығыҙға килгән кодтарҙы әйтмәгеҙ!