Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июль 2025, 08:30

Танышыу сайтындағы ҡыҙға ышана

һәм ике миллион һум кредит алып, мутлашыусылар тоҙағына эләгә

РФ Эске эштәр минисирлығының ҡала буйынса бүлегенә хәбәр итеүҙәренсә, ир танышыу сайтында инвестицияларҙан юғары килем тураһында һөйләгән һәм уға ҡушылырға тәҡдим иткән ҡыҙ менән таныша. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, ул «консультанттар» менән телефон аша аралаша һәм уларҙың күрһәтмәләрен үтәй башлай. Зыян күреүсе телефонға «эш өсөн кәрәкле» ҡушымталар ҡуя һәм башта криптовалютаға 20 мең һум самаһы аҡса алмаштыра. Һуңынан «белгестәр " уны етди эш хаҡы өсөн 2 миллион һум кәрәклегенә ышандыра. Бындай сумма булмағас, ир кредит ала һәм мутлашыусылар етәкселегендә аҡсаны төрлө иҫәптәргә күсерә. Салауат кешеһе «эшләп тапҡан " аҡсаһын сығарырға маташҡанда, был мөмкин булмай. Алдағанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас