+24 °С
Ямғыр
Гөлзифа Исрафилова шиғыры, Рәмил Туйсин көйө. «ЙЫРЫМ ҺЕҘГӘ, ДУҪТАРЫМ!»
Миләш, балан тәлгәштәре
Туңһа тәмләнә генә.
Дуҫтар бергә йыйылғанда
Доньям йәмләнә генә.
Ҡушымта :
Миләш, балан тәлгәштәрен
Һалайым устарыңа .
Ошо йырым бүләк булһын
Һеҙгә, йән дуҫтарыма .
Миләш, балан тәлгәштәре
Суғым ғына, суҡ ҡына.
Ауыр саҡта иңен ҡуя
Бары ысын дуҫ ҡына.
Миләш , балан тәлгәштәрен
Йыймай ҡалдырған инем.
Әлдә йыйылдығыҙ әле-
Һеҙҙе һағынған инем.
Миләш, балан сәскәһенең
Елдәр тарата еҫен.
Татырға яҙһын һәр кемгә
Ысын дуҫлыҡтың көсөн.