Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Июль 2025, 13:15

Республика күгендә беспилотник күргәндәр

Пилотһыҙ осоу аппаратына тап булған осраҡта, уға яҡын бармағыҙ һәм шунда уҡ 112 номерына шылтыратып хәбәр итегеҙ

Республика күгендә беспилотник күргәндәрРеспублика күгендә беспилотник күргәндәр
Республика күгендә беспилотник күргәндәр

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәте буйынса, БПЛА Башҡортостан территорияһы өҫтөнән осоп үткән һәм Удмуртия яғына осоуын дауам иткән. Ҡала биләмәһендә пилотһыҙ осҡос табылмаған.

Муниципалитетта тыныс һәм уяу булырға саҡырҙылар.

«Пилотһыҙ осоу аппаратына тап булған осраҡта, уға яҡын бармағыҙ һәм шунда уҡ 112 номерына шылтыратып хәбәр итегеҙ. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн бындай осраҡтарҙа подвалға, ванна бүлмәләренә йәки тәҙрәнән алыҫыраҡ урындарға йәшенергә кәңәш итәбеҙ», — тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас