Новости
4 Июль 2025, 13:05

Балалар түләүе артты

Инвалид баланы йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өс йәшкә тиклемге баланы аҫрауға бүленгән аҡсаның күләме айына – 13 027 һум, өс йәштән өлкәндәргә иһә 12 526 һум. Бюджетта быйылға 87 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Арттырылған пособие 1 июндән иҫәпләнә башлай...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышының июндәге пленар ултырышында ҡабул ителгән етем балаларға түләүҙәрҙе арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 

Түләүҙәр күләме 16,6% арта, тип иҫкә төшөрҙөләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә. Шулай итеп, 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарауға опекундарға йәки попечителдәргә түләү айына  – 10 855 һум, 3 йәштән өлкәндәргә — 10 439 һум була.

Инвалид баланы йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өс йәшкә тиклемге баланы аҫрауға бүленгән аҡсаның күләме айына – 13 027 һум, өс йәштән өлкәндәргә иһә 12 526 һум.

Бюджетта быйылға 87 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Арттырылған пособие 1 июндән иҫәпләнә башлай.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһынан 9 681 бала иҫәпләнә. Уларҙың 94% тиерлек ғаиләләргә тәрбиәгә тапшырылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас