Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июль 2025, 10:50

Янғында ҡатын һәләк булған

Ҡырҙас ауылында йорт янып китә. Ике үҫмер сығып өлгөргән. Ҡаза күреүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Янғында ҡатын һәләк булғанЯнғында ҡатын һәләк булған
Янғында ҡатын һәләк булған

2 июлдә кис Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында өй янып киткән. Һүндереүгә Тиҙ арала ирекле янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын урынына килгән.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бүрәнә өйҙө тулыһынса ут ялмап алған. Янғын һүндереүселәр ишек эргәһендә һәләк булған 60 йәшлек ҡатынды таба.  Янғын мәлендә йортта ике үҫмер була, улар сығып өлгөрә. Тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса, янғын электр ҡорамалдарының эшләмәүе арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас