Новости
3 Июль 2025, 11:15

Бала әсәһенең телефонын уйнарға ала

Мутлашыусылар шылтыратып, әсәһен уятмаҫҡа ҡушып, баланы алдап, 681 мең һум крелит аҡсаһын урлай

39 йәшлек ҡатын уянып, эргәһендә үҙенең телефонының юҡлығын күрә. Ул аптырамай-гаджетты ҡыҙы уйнарға алыуын аңлай. Әммә бала фатирҙа булмай. Тиҙҙән ҡыҙыҡай ҡурҡып ҡайтып инә. Ул кемдеңдер шылтыратыуына яуап биргәнен һөйләй. Баланың бәйләнештә булыуын аңлап, мутлашыусылар әсәһен уятмаҫҡа ҡуша һәм ҡыҙ менән һөйләшә башлай, әсәйеңә экстремистарға аҡса күсергән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылыуы янай тип ҡурҡыталар. Әсәһен төрмәнән ҡотҡарам тип уйлап, бала үҙенә ҡушылғанды эшләй. Һөҙөмтәлә аферистар ҡушымтаға инеү мөмкинлеген ала һәм 681 мең һум кредит аҡсаһын ала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас