Новости
2 Июль 2025, 13:45

Яугирҙәр өсөн матди ярҙам алыусылар исемлеге киңәйә

Республикала шундай закон ҡабул ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә түләнгән 2 миллион һумлыҡ матди ярҙам алыусылар даирәһен киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер мәрхүмде балиғ булғансы ҡараған һәм тәрбиәләгәндәр (биш йылдан да кәм түгел) республика бюджетынан аҡса алырға мөмкин. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, биологик ата-әсә булмаған кешенең бала өсөн терәккә әйләнеүе, ләкин билдәле бер хоҡуҡи статусы булмағас, түләүгә дәғүә итә алмауы ҡануни яҡтан төҙәтелде. Бынан тыш, закон буйынса бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар иҫәбенә Украина менән сиктәш Рәсәй территорияларында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары индерелде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас