+21 °С
Болотло


Межгорье ҡалаһы халҡы, үҙҙәренең һәм яҡындарының именлеге өсөн ҡурҡып, хәүеф белдерә. Бөгөн ҡырағай йәнлектәрҙе ҡалаға индермәү мәсьәләһе буйынса сираттағы эш кәңәшмәһе үтте. Осрашыуҙа Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре айыуҙарҙы йыш күргән урындарҙа көн һайын патруллек итеүен дауам итергә ҡарар итте. Шулай уҡ муниципалитетта федераль ярҙамға иҫәп тоталар.