Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Июль 2025, 10:30

Ғаилә юл фажиөәһенә тарыған

Ир авария урынында һәләк булған

Авария 2 июлдә иртәнге сәғәт ете тирәһендә Белорет трассаһының 205-се километрында теркәлгән. Haval F7 рулендәге ир-егет ҡаршыға килгән Iveco ҙур йөк машинаһы менән бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән «Хавал» юл уртаһында ауған. Сит ил машинаһының 47 йәшлек водителе ваҡиға урынында йән биргән. Уның ҡатыны, 12 һәм 8 йәшлек балалары дауаханаға оҙатылған. Фура рулендә 48 йәшлек водитель булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас