Июль айына халыҡ һынамыштары
Июнь айы ҡойма ямғырҙарға бай булды. Июль айы ниҙәр менән һөйөндөрөр беҙҙе? Халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ. Бөгөн бит 1-се июль.
- 1 июль - ҡояш алтынһыу-һары, алһыу шәүлә менән байый икән, яҡшы һауа торышона.
- 2 июль - ай мөгөҙөнә "силәк элеп" булһа - көндәр ҡоро булыр. "Силәк элеп" булмаһа - ямғырға.
- 3 июль - әгәр был көндә үрмәкес ауҙарын таратмаһа, ямғыр яуыр. Тағын үрә башлаһа, һауа торошо яҡшыға үҙгәрә.
- 5 июлдә ямғыр яуса, икмәк уңыр.
- 7 июлдә мул ысыҡ - мул ҡыяр уңышына.
9 июлдә ямғыр яуһа, сентябрь айы буйы ямғырлы булыр. Әгәр көн ҡояшлы булһа, бер атна буйы шундай һауа торошо һаҡланыр.
10 июлдә ямғыр яуһа, Әбейҙәр сыуағы "илаҡ" булыр.
11 июлдә урман тавышһыҙ ғына шаулаһа - ямғырға.
12 июль - Питрау. Был көндән һуң үҫемлектәр үҫеүҙән туҡтай. "Питрау етте - йәй үтте" тиҙәр.
13 июль - кәкүк ҡысҡырыуын дауам итһә, йәй матур һәм оҙаҡ килә, ҡар һуң төшә. Был көндән һуң кәкүк тауышы тынһа, ҡыш иртә килер.
- йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
- ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.
- әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
- үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
- иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
- июль – йәйҙең иң кәттә айы, тән үә йөрәк майы.
Һеҙҙең дә июль айына ҡарата үҙ һынамыштарығыҙ булһа, комментарийҙарҙа яҙығыҙ.