Новости
30 Июнь 2025, 14:00

Өс бала әсәһе һәләк булған

38 йәшлек ҡатын юлдан осҡан. Машинала тағы 4 бала булған.  Ауыр ҡайғы кисереүселәргә Хоҙай Тәғәлә түҙемлек бирһен

Өс бала әсәһе һәләк булғанӨс бала әсәһе һәләк булған
Өс бала әсәһе һәләк булған

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, «Лада Гранта» рулендәге 38 йәшлек ҡатын юл ситенә сығып осҡан.

Водитель ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Үҙенең өс балаһы һәм туғанының ҡыҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, дүрт бала яҡындағы медицина учреждениеһына – Балтас үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, уларҙы ҡарағандан һуң Бөрө дауаханаһына күсергәндәр. Өс баланың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, береһенә Республика балалар клиник дауаханаһы табиптарының ярҙамы талап ителә. Авария буйынса тикшереү башланға

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас