+21 °С
Болотло


“Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын тамамлап, 448 кеше диплом ала. Шуларҙың 26-һы ҡыҙыл дипломға лайыҡ булды. Сығарылыш уҡыусылары араһында Рәсәй Хөкүмәте, республика Башлығы һәм профсоюз ойошмаһы стипендиаттары, шулай уҡ төбәк һәм бөтә Рәсәй конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары бар. Беҙҙең уҡыу йортонда студенттар өсөн бар шарттар булдырылған. Улар уҡыу барышында уҡ төрлө йүнәлештә практика үтеп, үҙ урынын таба. Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың районыбыҙ үҫеше һәм киләсәге өсөн тырышып эшләүҙәрен теләйем. Күпселек егеттәр Ватан һағына баҫты. Бөгөн уларҙың ата-әсәләре тантанаға килде. Егеттәребеҙҙең уҡыуҙа һынатмаған кеүек, илебеҙ мәнфәғәтенә лә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем”,-тине Илдус Әдиф улы.