Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Июнь 2025, 12:35

Баймаҡта һыу селтәрҙәре яңыра

Районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһының “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» программаһы буйынса һыу менән тәьмин итеү селтәрен капиталь ремонтлау һәм алмаштырыу буйынса эштәр дауам итә.

Баймаҡта һыу селтәрҙәре яңыраБаймаҡта һыу селтәрҙәре яңыра
Баймаҡта һыу селтәрҙәре яңыра

Районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһының “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» программаһы буйынса һыу менән тәьмин итеү селтәрен капиталь ремонтлау һәм алмаштырыу буйынса эштәр дауам итә.

Әлеге ваҡытта кәрәкле материал һатып алынған яңы һыу торбалары һалына. Капиталь ремонт сиктәрендә “Водоканал” МУП-ының һыу алыу ҡоролмаһындағы насостар алмаштырыласаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыу ҡаланың һыу менән тәьмин итеү системаһының ҡеүәтен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Сөнки реконструкцияланған һыу үткәргес ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүсе төп коллектор булып тора.

Ремонт эштәре башланғанға тиклем һыу селтәрҙәренең торошо ныҡ туҙыуы, был һыу менән тәьмин итеүҙә даими аварияларға һәм өҙөклөктәргә килтереүе күҙәтелә ине. Эштәрҙе тамамлау ваҡыты -ошо йылдың октябрь аҙағы.

Баймаҡта һыу селтәрҙәре яңыра
Баймаҡта һыу селтәрҙәре яңыра
Баймаҡта һыу селтәрҙәре яңыра
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас