Новости
28 Июня 2025, 15:00

Баймаҡ районында 41 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамланы

Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары! Һеҙҙе ошо мөһим ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ! Белемегеҙ һеҙгә һөнәр һайларға һәм һәләттәрегеҙҙе лайыҡлы ҡулланырға ярҙам итһен.

Баймаҡ районында 41 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамланыБаймаҡ районында 41 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамланы
Баймаҡ районында 41 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамланы

Быйыл район мәктәптәрен 235 уҡыусы тамамланы, шуларҙың 41-е уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн миҙалдарға лайыҡ булды. Был наградалар-уларҙың тырышлығын һәм талантын лайыҡлы таныу. Киләсәктә уларҙың ҡаҙаныштары күбәйер, тип ышанабыҙ. Сөнки тап шундай белемгә ынтылыш һәм ныҡышмалы хеҙмәт – һәр эшмәкәрлек өлкәһендә уңыш һәм үҫеш нигеҙе.

Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары! Һеҙҙе ошо мөһим ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ! Белемегеҙ һеҙгә һөнәр һайларға һәм һәләттәрегеҙҙе лайыҡлы ҡулланырға ярҙам итһен. Белем алғандан һуң тыуған яҡтарығыҙға ҡайтып, районыбыҙҙы үҫтерерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Бөгөн һеҙҙең остаздарығыҙ-уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм беҙ һеҙгә ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ һәм тормошта ҙур үрҙәргә өлгәшерһегеҙ тип ышанабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас