Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Июнь 2025, 09:40

Батыр улдар өсөн ӘСӘЛӘРГӘ рәхмәт!

Ҡыйыу, сая Нияз Фәйзуллинды тәрбиәләгән Тәнзилә Һиҙиәт ҡыҙына миҙал тапшырылды

Батыр улдар өсөн ӘСӘЛӘРГӘ рәхмәт!Батыр улдар өсөн ӘСӘЛӘРГӘ рәхмәт!
Батыр улдар өсөн ӘСӘЛӘРГӘ рәхмәт!

 «Ватанды һаҡлаусының әсә»һе > миҙалын Үрге Мәмбәт ауылынан Тәнзилә Һиҙиәт ҡыҙы Фәйзуллинаға ҙур ғорурлыҡ менән тапшырылды.

Уның улы, Фәйзуллин Нияз Мораҙым улы, махсус хәрби операцияның башынан уҡ гаубица-үҙйөрөшлө артиллерия дивизионының орудие командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ул күп кенә ҙур ҡалаларҙы һәм бәләкәй ҡасабаларҙы, шул иҫәптән Мариуполь, Марьинка, Авдеевка, Курахово һәм башҡа тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнашты. Хеҙмәте өсөн Нияз Мораҙым улы 4-се дәрәжә Изге Георгий Тәреһе орденына һәм Хәрби батырлыҡтары өсөн миҙалына лайыҡ булды. Ватанды һаҡлаусы Әсә миҙалы-ул улдары хәрби наградалар менән бүләкләнгән һәм беҙҙең армия сафында лайыҡлы хеҙмәт иткән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләренә рәхмәт һәм танылыу символы.

Һеҙгә, Тәнзилә Һиҙиәт ҡыҙы, ысын геройҙы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Улдарыбыҙ илебеҙҙе яҡлап сыҡҡан бөтә әсәләргә рәхмәт!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас