

Бөгөн район башлығы Азамат Иҙрисов «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда туризм һәм ял менән бәйле биш проект тикшерелде.
- Беҙҙең район үҙенең матур урындары менән дан тота һәм урындағы халыҡтың да, ҡунаҡтарҙың да ял итеү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Атап әйткәндә, «Баймаҡ ынйылары: Көньяҡ Урал буйлап әүҙем тур» туристик маршрутының ҡыҙыҡлы проекты тәҡдим ителде. Туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар заманса туристик ҡорамалдар һатып алып, үҙ мөмкинлектәрен киңәйтергә ниәтләй. Шулай уҡ уникаль мәҙәни-күңел асыу, фәнни-танып белеү туристик комплексын булдырыу идеяһы тикшерелде. Бөтә тәҡдим ителгән башланғыстары ентекләп ҡаралды һәм тикшерелде. Беҙ бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә, шул иҫәптән проекттарҙы бөтә этаптарҙа ла оҙатырға әҙербеҙ. Бынан тыш, беҙ грант алған эшҡыуарҙың эшмәкәрлегенең ағымдағы һөҙөмтәләрен тикшерҙек,-тине Азамат Сәфәрғәле улы.
Эшҡыуар Илдус Ибраһимовҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәне өсөн Запорожье өлкәһе хәрби часы командирынан Рәхмәт хаты тапшырылды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең район һәм ҡала эшҡыуарҙарының күбеһе, бизнес алып барыуҙан тыш, хәйриә эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Афарин!