Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Июнь 2025, 10:25

Бала аферистарға 4 миллион һум аҡса күсергән

Енәйәтселәр үҫмер менән мессенджер аша бәйләнешкә ингән...

Өфөлә ғаилә мутлашыусылар арҡаһында 4 миллион һум юғалтҡан. 36 йәшлек ир полицияға 8-се синыф уҡыусыһы улының мутлашыусылар тарафынан алданыуы тураһында хәбәр итә. Енәйәтселәр үҫмер менән мессенджер аша бәйләнешкә инә, ҮҘӘК БАНК, Росфинмониторинг һәм медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре булып таныша. «Медицина тикшереүе» һәм «сит илгә күсереүҙән һаҡлау» һылтауы менән уны бер нисә банк операцияһы башҡарырға мәжбүр итә. Зыян ғаилә бюджетынан 4 миллион һум тәшкил иткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас