Солтанкәрим Илдар улы Дәүләтбаев - Татлыбай ауылы егете. Спорт һөйөүсән, тура һүҙле, ныҡ егеттең Ватан һағына баҫыуына бер ҙә аптырарға түгел. “Сурик” Бөйөк Ватан һуғышында фашистар менән батырҙарса алышҡан ҡарт ҡартатаһы Солтанкәрим Миңлеғол улы Дәүләтбаев менән бик тә ғорурлана. Солтанкәримдең атаһы ла әлеге ваҡытта Курск тарафтарында төҙөлөш эштәрендә эшләй. “Солтанкәрим бик аҡыллы, егәрле, эшһөйәр булып үҫте. Беҙ уларҙы “был ҡыҙҙар эше, был малайҙар эше” тип айырмай барыһына ла өйрәтергә ынтылдыҡ. Хәҙерге Баймаҡ агросәнәғәт колледжында тракторсы һөнәрен үҙләштергәндә, ярышта ҡатнашып, республика кимәлендә 2-се урын да яуланы. Бөтә яҡтан да эшкә өйрәнеп үҫте шулай. Шуға күрә ул әрме сафына барыу менән миңә: “Инәй, ҙур рәхмәт һиңә!. Әл дә ҡурҡмайынса бар эшкә тотонорға өйрәткәнһең”,-тине. Хәбәрләшеп торабыҙ, Солтанкәрим һәр эште кәңәшләшеп эшләй, төплө һәм аҡыллы егет. Әлбиттә, һуғыш уның күп нәмәгә ҡарашын үҙгәртте”, - тине Миләүшә Рамазан ҡыҙы.
Солтанкәрим әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң, тағы өс йылға контракт төҙөй. Унан дрон менән эш итергә өйрәнә. Махсус хәрби операцияға: “Мин унда булырға тейеш!” -тип сығып китә.
Бына шундай шәп, батыр Баймаҡ бөркөттәре һуғыша неофашистар менән. Уларҙың барыһы ла ҡаһарманлығы өсөн төрлө наградаларға лайыҡ булған. Баймаҡ яугирҙәре – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уларҙың барыһының да имен-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.