Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июнь 2025, 09:35

Елдең көсәйеүе тураһында иҫкәрттеләр

Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, көндөҙ йәшен ваҡытында елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә...

БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 26 июндә көндөҙ төбәктә урыны менән йәшен, урыны менән боҙборсаҡ, йәшен ваҡытында елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен, боҙборсаҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, көндөҙ йәшен ваҡытында елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +10,+15°, таулы райондарҙа +5°, көндөҙ +19,+24°тәшкил итәсәк.

Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төндә томан аҫтында, көндөҙ ямғырҙа 1-2 метрҙа күреү мөмкинлегенең насарайыуы көтөлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас