Илмир Рыҫҡужин бала саҡтан спорт менән дуҫ була. Кескәй сағынан ата-әсәһенә: “Мин военный булам, мин герой булам!”-тип әйтер булған. Шуға күрәлер инде әрме сафына алынғандан һуң, ул контракт төҙөп хәрби сафта тороп ҡала. “Илмир улыбыҙ хеҙмәтен Уссурийск ҡалаһында башлағайны. 2018 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итте. Махсус хәрби операция башланғас тәүгеләрҙән булып хәрби хәрәкәттәр урынына ебәрелде. 2022 йылдың мартынан шул яҡтарҙа хәрби бурысын үтәй. Улыбыҙ өсөн борсолһаҡ та, бик ғорурланабыҙ. Хәрби батырлыҡтары өсөн IV дәрәжә Георгиев тәреһе, Жуков ордены, башҡа миҙалдарға лайыҡ булды. Имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын улдарыбыҙ!”- ти яугирҙең әсәһе Земфира Хөсәйен ҡыҙы.
Әйткәндәй, яугирҙең атаһы Илфат Рафиҡ улы Чечен ғәрәсәтен үткәргән батыр яугир. Контракт хеҙмәте ваҡытында Украинала ла булған. Илмир Рыҫҡужин – үҙе атай. Темәс һылыуы Гөлдәргә өйләнгән. Кәләше һөнәре буйынса медсестра. Ул Камчаткала перинаталь үҙәктә эшләгән. МХО башланыр алдынан ғына Рәхим исемле бәпестәре тыуған.