+21 °С
Болотло


Башҡортостан республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғона ярашлы, белем биреү ойошмалары һәм балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары араһында "Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе – 2025" XII Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы уҙғарылды. Конкурста республиканың 23 ойошмаһы ҡатнашты. Жюри һәм унда ҡатнашыусылар өсөн балалар баҡсаһының инклюзив белем биреү буйынса эш тәжрибәһе тәҡдим ителде. Бөтә конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса конкурстың һәр номинацияһы буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.
«Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы - 2025» номинацияһында Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһы республика буйынса 2-се урынды алды. Афарин!