+24 °С
Ямғыр
2026 йылда барлыҡ фәндәрҙән берҙәм мәктәп дәреслектәре әҙер була. Мәғариф министрлығы фәндәр академияһы менән берлектә берҙәм дәреслектәр йыйылмаһын булдырыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Был хаҡта РИА Новости агентлығына Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итте.
2025 йылдың 1 сентябренән 5-9-сы кластар тарихты яңыртылған берҙәм дәреслектәрҙән өйрәнә башлай. Әлеге ваҡытта 2026/27 уҡыу йылынан мәктәптәрҙә индереү өсөн 9-11-се кластар өсөн яңы йәмғиәтте өйрәнеү курсы әҙерләнә.