Башҡортостанда йәшәүселәр тәүлек эсендә 6 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.
Уҙған тәүлектә республикала 6 мутлашыу һәм 6 банк картаһынан аҡса урлау осрағы теркәлгән. Әлшәй районында бер юлы ике ҙур мутлашыу булған. Полиция бүлегенә 1957 йылда тыуған ҡатын мөрәжәғәт итә. Ике аҙнанан ашыу ул инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре булып танылған билдәһеҙ кешеләр менән аралаша. Һуңынан улар ҡатынды табыш алыу һылтауы менән 1 миллион 600 мең һумдан ашыу аҡсаны билдәһеҙ банк иҫәптәренә күсерергә күндерә, шуларҙың 1 миллионы 288 мең һумы шәхси, 400 меңдән ашыуы-тормош иптәшенең аҡсаһы. Ошондай уҡ хәл 1967 йылда тыуған тағы бер ҡатын менән дә була. Ул үҙ сиратында ялған инвесторҙарға 1 миллион 55 мең һум аҡса ебәрә, шуларҙың 25 меңе үҙенеке, ҡалғандары кредитҡа алынған.
Һаҡ булығыҙ, алданмағыҙ!