+21 °С
Болотло
Республикала хәүеф төркөмдәре менән эшләүсе иҫкәртеү үҙәге булдырылды. Шулай уҡ граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына янғын тураһында хәбәр итеүсе приборҙар бушлай бирелә. Исемлек – ошонда: vk.cc/cp8yXl.
«Башҡортостанда хәүефһеҙ йәйге миҙгел» брифингында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо хаҡта һөйләне.
Ғәҙәттән тыш хәл булғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ.