Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Июнь 2025, 04:10

Уҡыусының хатын йөрәк тапҡырында йөрөткән

Яҡташыбыҙ, Басай ауылы халҡы махсус хәрби операция барышында һәләк булған Муллағәләмов Рөстәм Рәил улы менән хушлашҡанда, яугирҙың кәҫәһенән, үҙе һаҡлап ҡына алып йөрөгән уҡыусы хаты табыла. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡ районының Басай ауылы халҡы махсус хәрби операция барышында һәләк булған Муллағәләмов Рөстәм Рәил улы менән хушлашҡанда, яугирҙың кәҫәһенән, үҙе һаҡлап ҡына алып йөрөгән уҡыусы хаты табыла. Был хатты Билал урта мәктәбенең 7-се класында уҡыған, Күгиҙел ҡыҙы Айзилә Сирусина яҙған булған. Күңел йылыһы һалынған хаттар яу ҡырындағы яугирҙәргә тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етеп, йөрәктәренә дәрт-дарман, рухи көс өҫтәгәненә тағы ла инандыҡ. Тап шуның өсөн дә балалар, уҡыусылар ара?ында яугирҙәргә хат яҙҙырыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. "Беҙ нимә өсөн бындабыҙ икәнде хәҙер аныҡ аңлайбыҙ", - ти улар уҡыусыларҙың хаттарын ҡыуанып ҡабул итеп.
Ә инде Рөстәм Рәил улы Муллағәләмовтың мәңгелек йоҡоларың тыныс, ҡараңғы гүрҙәрҙең яҡты, йәнең йәннәттә булһын яҡташ батыр яугиребеҙ. Ата - әсәһенә, балаларына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Уҡыусының хатын йөрәк тапҡырында йөрөткән
Уҡыусының хатын йөрәк тапҡырында йөрөткән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас