Новости
18 Июнь 2025, 09:26

Байрам үҙ маҡсатына өлгәште

...

  14 июнь иртәһе бик йәнле башланды. Теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла машиналар ағыла,
ойоштороусыларҙың барыһы ла үҙенә беркетелгән эш менән мәшғүл. Сәғәт 9 тулыуға ярыш майҙаны ҡайнап тора ине инде. Усаҡ янында Асия Бүләкова, Зилә Мәсәлимова, Миңлегөл Ҡужахмәтова, Әнүзә Мәжитова аш-һыу хәстәрләй, ҡыҙҙар сәй өҫтәле әҙерләй, ирегеттәр уйынсыларҙы ҡаршы ала – бөтә ерҙә йәнлелек, ихласлыҡ, әүҙемлек. Үткән шәмбе Билал ауыл биләмәһенең Өмөтбай ауылында мини-футбол ярышы ойошторолдо. Был уйынды үткәреүҙе рияз садыҡов тәҡдим итте һәм төп ойоштороусы булды. осҡондан ялҡын ҡабына тигәндәй, йәш егеттең идеяһын ауыл активы ла хуплап, барыһы ла ойоштороу эштәренә ихлас ҡушылды. Йыйылыш үткәрелде, һәр кем үҙ тәҡдимен индерҙе, ҡарар ҡабул ителде. Һәм был уйын “сәләмәт ауыл2025” проектын асыу тантанаһы булып торҙо. Футболды үҙ иткән Өмөтбайҙан ике команда, Билал һәм Таһир, Темәс, Һаҡмар, Баймаҡ, Әбйәлил районының Ахай ауылы командалары ярышҡа йыйылды. Уйын майҙаны ысын мәғәнәһендә байрам төҫөн алды.

Ауылдың һәүәҫкәр артистары (етәксеһе – мәҙәни ойоштороусы Әлфиә сәғәҙәтова) концерт номерҙары менән сығыш яһап, мәҙәни-спорт байрамын асып ебәрҙе. сарала ҡатнашыусыларҙы тәүҙә Билал ауыл биләмәһе башлығы Данис Иҫәнъюлов тәбрикләне. Ул үҙенең сығышында өмөтбайҙарҙың Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының “сәләмәт ауыл-2025” конкурсына ярашлы маҡсатлы эш башлауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып, артабан да ошо юҫыҡта дауам итергә саҡырҙы, ярышты ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Артабан балалар һәм өлкәндәр өсөн ярыштар башланып китте. Йәйәнән уҡ атыу, “ат сабышы”, гер күтәреү, рогатканан атыу, эстафета, әкиәт сәхнәләштереү һәм башҡа уйындарҙа һәр кем ихлас ҡатнашты. Эргәлә генә командалар футбол уйнай, көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләү тауыштары яңғырай.

Уйындарҙа еңеүселәр бүләктәр алып һөйөнә, сауҙа нөктәләре лә эшләп тора... Төшкө аш мәле етеүгә, ауыл ағинәйҙәренән саҡырыу сәләме килеп етте. Ҡорбан ашы әҙерләп, Зилә менән Венер Мәсәлимовтар ағинәйҙәр менән берлектә уйынсыларҙы, ауылдаштарҙы һыйланы. Вероника менән рәсүл Ғүмәровтар бер ҡаҙан былау әҙерләп алып килеп һөйөндөрҙө. Ҡаҙан эргәһенән китмәй, барыһын да йылы аш, тәмле сәй һыйланы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Ҡорбан ашы алдынан ауылыбыҙҙың имамхатибы Ноғоман хәҙрәт Һибәтуллин аят бағышланы. Байрамды яҡшы итеп ойоштороу, футбол ярышында еңеүсе командаларҙы лайыҡлы бүләкләү, уларҙы ашатыу өсөн аҙыҡ-түлек, бүләктәр алыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәткән ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ. 50-гә яҡын кеше, шулай уҡ яҡташтарыбыҙ спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Венер сағынбаев был юлы ла сәхнә, ҡапҡа, эскәмйәләр менән тәьмин итте, ойоштороу эштәренә күп көс һалды. Шулайуҡ ауыл халҡы һәм Өмөтбайҙың йәштәр футбол командаһы ауыл кейәүе, МХо-ла ҡатнашыусы Алмас Хажимөхәмәтовҡа рәхмәтле. Тап ул тәүгеләрҙән булып егеттәрҙе күтәрмәләп сыҡты – ошо спорт төрөн үҫтереүгә 30 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ҡыҙыу барған мини-футболда 3-сө урынды Өмөтбай йәштәре алды. Уларға 8 мең һум аҡсалата приз тапшырылды.2-се урынды Һаҡмар ауылы егеттәре яулап, 11 мең һум приз менән бүләкләнде. 1-се урынды Әбйәлил районының Ахай командаһы яуланы, уларға15 мең һум приз бирелде. “Иң яҡшы һаҡсы”, “Иң яҡшы уйынсы”, “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияларында еңеүселәргә ауылыбыҙ эшҡыуары, даими спонсорыбыҙ Юлия Билалова үҙенең шәп бүләктәрен әҙерләне. Өмөтбайҙар был сара менән үҙҙәренең спортҡа битараф булмауҙарын, сәләмәт яҡлы икәнлектәрен иҫбатлап, “сәләмәт ауыл-2025” конкурсында маҡсатлы эш алып барыуҙарын раҫланы. Күмәк көс менән әҙерләнгән мәҙәни-спорт байрамы юғары кимәлдә үтте. Уйынды баһалаған судья – Темәс мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Самат Намазкаевҡа, уйынсыларға, әүҙем ауылдаштарға, ҡунаҡтарға, ауылактивына, мәктәп коллективына, ойоштороу һәм сараны үткәреүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. “сәләмәт ауыл-2025” конкурсына ярашлы эштәр артабан да дауам итә.
Альбина САДИҠоВА,
Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас