Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Июнь 2025, 11:00

Баймаҡ табиптарына юғары наградалар

Уларға артабан да тик уңыштар теләйбеҙ! Афарин!

Гөлниса Ишҡыуатова Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Йәрмөхәмәт ауылы халҡы өсөн уның фамилияһы ышаныс һәм ярҙам билгеһе.

Илдар Бәхтейәров - ойоштороу-методик бүлек мөдире, уның "РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы" тигән лайыҡлы исеме бирелде.

Һөнәренә тоғролоғо менән айырылып торған Зинира Ишҡыуатоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән юғары исем бирелде.  

Дилә Ғәлиева юғары дәүләт наградаһы — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены менән бүләкләнде. 34 йыл Дилә Зөлфәт ҡыҙы табип-фтизиатр сифатында тоғро хеҙмәт итә.

Баймаҡ табиптарын бар күңелдән ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ табиптарына юғары наградалар
Баймаҡ табиптарына юғары наградалар
Баймаҡ табиптарына юғары наградалар
Баймаҡ табиптарына юғары наградалар
Баймаҡ табиптарына юғары наградалар
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас