Новости
18 Июнь 2025, 03:40

«Ҡала тренеры» программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырыла.

Башҡортостанда «Ҡала тренеры» программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошо  турала хәбәр итте.

Вице-премьер һүҙҙәренсә, һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырыла.

«Аҡсаны торлаҡ (йорт йәки фатир), өй һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөү өсөн тотонорға мөмкин», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Ғаризаларҙы спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығында тапшырырға мөмкин (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә). Талап ителгән документтар исемлеге ведомство сайтында баҫылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас