Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июнь 2025, 09:15

Башҡортостанда түләүле парковка менән кемдәр бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы

2025 йылдың 27 июненән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары уларҙы бушлай файҙалана ала – бының өсөн берҙәм төбәк транспорт сараларының электрон реестрында теркәлергә кәрәк. Кем бушлай парковкаға хаҡлы? Был турала беҙҙең сайтта:

🅿 2025 йылдың 27 июненән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары уларҙы бушлай файҙалана ала – бының өсөн берҙәм төбәк транспорт сараларының электрон реестрында теркәлергә кәрәк.

❓ Кем бушлай парковкаға хаҡлы?

Ташлама менән Башҡортостанда даими йәшәгән һәм түбәндәге Рәсәй граждандары файҙалана ала:

- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
- I, II, III төркөм инвалидтары;
- инвалид балаларҙың законлы вәкилдәре;
- милкендә автомобиль булған осраҡта – күп балалы ғаиләләге ата-әсәнең береһе (опекун/попечитель);
- электромобиль хужалары.

📞 Кәрәкле документтарҙың тулы исемлеген Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш үҙәгендә асыҡлай алаһығыҙ: +7 (347) 246-55-33, +7 (927) 333-31-00.

Инвалидтарҙың транспортында «Инвалид» тигән билдә ҡуйылырға тейеш. Бының өсөн Күп функциялы үҙәк офисында йәки «Госуслуги» порталында (vk.cc/cvJmZ2) «Социаль өлкәләге берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформа»ға транспорт тураһында мәғлүмәт индерергә кәрәк.
 
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-210976796_3851

Башҡортостанда түләүле парковка менән кемдәр бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы
Башҡортостанда түләүле парковка менән кемдәр бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас