Новости
17 Июнь 2025, 03:40

"Артек"ка - 100!

16 июнь көнө "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәге үҙене 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был тантанала вице-премьер Дмитрий Чернышенко менән мәғариф министры Сергей Кравцов та ҡатнашты. Әйткәндәй, тантаналы линейка "Морской" балалар лагерында үтте. Тап ошо лагерҙа "Артек"тың 100 йыллыҡ тарихы башланған да инде.  

Сара барышында киләһе быуындарға сәләм булһын өсөн ваҡыт капсулаһын һалып ҡалдырҙылар. Был капсула 2125 йылда асылыр, тип күҙаллана. 

Вице-премьер «Артек»ты 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, бында эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә балаларға ял итеү, белем һәм тәрбиә биреү өсөн яҡшы шарттар һәм технологиялар булдырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Мәғариф министры Сергей Кравцов та ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылып: "Беҙҙең илебеҙ балалар бәхетле, уңышлы һәм киләһе көнгә ышаныс менән атлаһын өсөн барыһын да эшләй", -- тине.

"Артек" күп функциялы балалар үҙәге директоры Константин Федоренко билдәләүенсә, лагерҙың бер быуатлыҡ тарихында 1,8 млн-дан ашыу кеше булып өлгөргән. 

Рәсәй Презеденты В.В. Путин артектарҙы видео аша ҡотланы. 

Ватан тарихында "Артек" мәктәп уҡыусыларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу өсөн тәүге лагерь булып тора. Ул бәхетле бала саҡ һәм ныҡлы дуҫлыҡтың төп символдарының береһе булды һәм булып ҡала. Үҙенең ҡабатланмаҫ атмосфераһын һаҡлап, Һуңғы йылдарҙа «Артек» күҙгә күренеп үҙгәрә, заманса, киләсәккә ынтылышлы майҙансыҡҡа әйләнә, унда һәр кем үҙенә оҡшаған эш таба ала.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас