+21 °С
Болотло


Беренсе Моҡас ауылында мәсет асылды. Иман йортон төҙөүгә эшҡыуар Фәнис Кәримов бура алып биреп, изге эшкә баш һалһа, моҡастар уны дәррәү күтәреп алып, дөйөм көс менән 2 йылда мәсетте сафҡа индерҙе. Шулай итеп, Фәнис Кәримов был төбәктә дүртенсе иман йортон төҙөүгә булышлыҡ итте. Баймаҡ районында иһә яңы мәсет 72-сеһе булып иҫәпләнә.