Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Июнь 2025, 13:45

Өмөтбайҙа спорт ярышы

Әбйәлил районының Ахай командаһы иң көслөһө булып сыҡты һәм кубокты яуланы. Командаға 15 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды.

Өмөтбайҙа спорт ярышыӨмөтбайҙа спорт ярышы
Өмөтбайҙа спорт ярышы

Өмөтбайҙа "Сәләмәт ауыл" конкурсы сиктәрендә үткән мәҙәни-спорт байрамында төп сара - мини-футбол буйынса ярыш булды. Унда Әбйәлил районының Ахай командаһы иң көслөһө булып сыҡты һәм кубокты яуланы.

Командаға 15 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды.Икенсе урынды - Һаҡмар ауылы командаһы (11 мең һум) һәм өсөнсө урынды Өмөтбай ауылының йәштәр командаһы (8 мең һум) алды. Башҡа командаларға дәртләндереү приздары бирелде. Балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө уйындар ойошторолдо, берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Ысын мәғәнәһендә һабантуйҙы хәтерләткән был сара бик ойошҡанлы үтте, уны ойоштороуға ауыл активы, халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр күп көс һалды. Зилә һәм Венер Мәсәлимовтар ғаиләһе ҡорбан салды.Вероника һәм Рәсүл Ғүмәровтар былау әҙерләп алып сыҡты.Ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары табын әҙерләне. Афарин, күптәргә үрнәк күрһәтте өмөтбайҙар! Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух.Быны өмөтбайҙар үҙҙәренең миҫалында иҫбатланы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас