Новости
14 Июнь 2025, 17:10

Баймаҡта ҡурҡыныс янғын

Янғын һүндереүселәр 13 кешене ҡотҡарған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөгөн иртәнсәк Баймаҡта янғын һүндереүселәр 13 кешене ҡотҡарған. Тағы ла 23 кеше үҙе сығып өлгөрә. С. Юлаев проспектының биш ҡатлы йорттоң бишенсе ҡатындағы фатирҙа янғын сыға. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ был йортта йәшәүселәрҙе эвакуациялай. Ут ҙур тиҙлек менән бөтә фатирға тарала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателдәре янғын тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү сәбәпле сыҡҡан, тип фаразлай. Шулай уҡ башҡа сәбәптәр ҙә булыуы ихтимал. Тикшереү бара.

Баймаҡта ҡурҡыныс янғын
Баймаҡта ҡурҡыныс янғын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас