Таулыҡай ауылы район ағинәйҙәрен бер майҙанға йыйҙы. Халҡыбыҙҙың милли асылын, мәҙәни мираҫын һаҡлау, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Йола тотҡан арымаҫ, яман эшкә тарымаҫ» сараһында Башҡортостан ҡатынҡыҙҙарының “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, район ағинәйҙәре рәйесе Гүзәл Монасипова, шулай уҡ Сыңғыҙ, Беренсе Этҡол, Ғүмәр, Йомаш, Семеновск, Ишмөхәмәт, Темәс ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты. Билдәле ваҡытҡа аллы-гөллө сағыу милли башҡорт кейемдәрендәге ҡунаҡтар мәҙәниәт йорто янына йыйылды. Көндөң аяҙ һәм йылы тороуы ла мәртәбәле сараға йәм өҫтәне. Беренсе өлөшө асыҡ һауала үткән йыйынды асыу өсөн һүҙ ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаевҡа бирелде. Ул ҡунаҡтарҙы Таулыҡай ерендә күреүгә шат булыуҙарын белдерҙе, сараның матур үтеүен теләне. Таулыҡай ауылында яттан сүрәләр һөйләгән, аяттар уҡыған балаларҙың күп булыуы һөйөндөрә. Сараның имен-аман үтеүенә фатиха биреү өсөн дә һүҙ тап уларға бирелде. 2-се класс уҡыусыһы Батыр Сәғәҙәтовтың «Фатиха» сүрәһен ағинәйҙәр һоҡланып һәм ҡыуанып тыңланы. «Беҙҙә тырыш, эшсән халыҡ йәшәй. Берҙәм, татыу ауылдаштар тырышып донъя көтә. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, халҡыбыҙҙың йолаларын киләһе быуындарға өйрәтеү өҫтөндә даими эш алып барыла», – тине «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Гөлнур Дәүләкәнова. – Оло йыйынға район кимәлендә еңеү яулаған көрәшселәр Нияз һәм Вадим Бүкәнбаевтарҙы, «Иман нуры» конкурсы еңеүсеһе Батыр Сәғәҙәтовты, «Хәтер мәңгелек» район шиғыр һөйләү конкурсында Гран-при яулаған Илназ Сәғәҙәтовты, «Башҡорт малайы» район конкурсы еңеүсеһе Илназ Байегетовты саҡырҙыҡ. Матур йолаға ярашлы, ауылыбыҙға, мәктәпкә еңеү алып ҡайтҡан егеттәребеҙҙе дәртләндереп бүләкләп китәбеҙ». Һәм рухлы, тырыш егеттәрҙең баштарына түбәтәй кейҙерҙеләр, билдәренә билбау таҡтылар. Эйе, был матур бүләк тә, изге теләктәр ҙә йәш быуынды дәртләндереүҙең, үҫтереүҙең бер ысулы ине. Таулыҡайҙар йыйынға килгән ағинәйҙәргә ауылда ат туризмын үҫтереү буйынса ниндәй эштәр башҡарылғанын һанап үтте, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр менән таныштырҙы. Шулай уҡ ат йәнле Нияз Салихов та малҡайы менән саҡырылды сараға. Башҡорт милли кейемендә килгән үҫмер атын да биҙәгән ине. Ағинәйҙәр Ниязды маҡтап телгә алды һәм уға арнап ижад иткән таҡмаҡтарын да йырланы: Нияз улым бәләкәйҙән Бәйгеләрҙә ал бирмәй.Бәхетле бул, киләсәктә Бәлә-ҡазалар күрмәй. Башмағын да менгән ул, Эттәрен дә еккән ул. Өс йәшенән һыбай йөрөп, Ат өҫтөндә үҫкән ул. Егеттәрҙе дәртләндереп, Сергетыштар бирәбеҙ. Ватанымдың улы бул, тип Теләктәр күндерәбеҙ. Таҡмаҡ әйткәндән һуң, ағинәйҙәр Нияздың атына үҙҙәре эшләгән сергетышты, ә ауыл старостаһы Юнир Сәйетов йүгән бүләк итте. «Улым, һәр саҡ әлегеләй шәп бул. Тоғро дуҫың – атың менән артабан да ярыштарҙа еңеүҙәр яула. Был сергетыштың дүрт мөйөшөнә ҡот тәңкәһе тектек. Ул һеҙҙе яман күҙҙәрҙән һаҡлаһын”, – тине сараны үткәреүсе ағинәйҙәр. Был матур тамашаны ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, егетте тәбрикләү мәлен көслө алҡыштарға күмде. Ат туризмы үҫешеүен ошо йүнәлештә ойошторолған Ишалиндарҙың күргәҙмәһе лә дәлилләй ине. Сараның икенсе өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте. Таулыҡайҙар баян көйҙәре аҫтында ҡунаҡтарҙы “Кәшкеү” бейеүе менән ҡаршыланы. «Кәшкеү – ошо ерлектә барлыҡҡа килгән, ят хәрәкәттәрҙән торған бейеү. Был бейеүҙе мин бынан бик күп йылдар элек тәүге тапҡыр ауылдашыбыҙ Фәрзәнә апай Фәйзуллина башҡарыуында күреп, һоҡланып, өйрәнеп ҡалғайным. Шуға бөгөн тап ошо онотолоп барған бейеүҙе күрһәтергә теләнек, сөнки сарала ҡатнашыусылар беҙҙән ниндәйҙер яңылыҡ алып ҡайтырға тейеш», – тине «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы Рәйсә Хәсәнова-Яҡупова. Ул шулай уҡ ҡунаҡтарға иләк менән мейе ултыртыу йолаһын күрһәтте. «Башы ауыртҡан кешене ултырғысҡа ултыртаһың. Изге уй теләктәрҙә «Фатиха» сүрәһен уҡыйһың һәм баш осон иләйһең. Аҙаҡ ярҙам һорап килеүсегә ял итеп алһын өсөн күпмелер ваҡытҡа ятып тороу талап ителә», – тине ул. Үҙе инде халыҡ медицинаһының был төрө менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнеүен, кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең күп булыуын да әйтеп үтте. Ошо ауылда йәшәүсе Гүзәл Байегетова тирә-яҡҡа халыҡ имсеһе булараҡ билдәле. Ул эстәре түбәнәйеп, ауырға ҡала алмаған бик күп ҡатындарға әсә булыу бәхете бүләк иткән. «Төрлө яҡтарҙан киләләр. Кемеһенәлер бер килеүҙән килешә, кемеһелер өс тапҡыр килә. Бөтәһе 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡабул иттем. Бәпестәре булғас, килеп күрһәтеп, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, ҡыуанып ҡайтып китәләр», – тине ул сығышында. Бына шулай үҙҙәре белгәнде файҙаланып, кешегә ярҙам итеп йәшәй ауыл ағинәйҙәре. Йыйын ҡул эштәре күргәҙмәһенә бик бай ине. Мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Хазина» ансамбленең, Сыңғыҙ һәм Таулыҡай ауылдарының «Ағинәйҙәр» ойошмаларының күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһы һалып тегелгән, сигелгән, бәйләнгән ниндәй генә ҡул эштәре юҡ ине унда?! «Бөгөнгө сараға саҡырыуҙы ҡабул итеп, ҡыуанып, дәртләнеп килдек. Беҙҙең «Ағинәйҙәр» ойошмаһында бөтәһе унға яҡын кеше. Үҙебеҙҙең ауылда үткән сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ, онотолоп барған ҡул эштәрен тергеҙәбеҙ, өйрәнергә теләүсе йәш быуынға өйрәтәбеҙ», – тине Сыңғыҙ ауылының мәҙәни ойоштороусыһы АйгөлУразбаева. Сыңғыҙҙар был көндө сарыҡ, сергетыш эшләү оҫталығын күрһәтте, таҫтар сигеү сере менән бүлеште. Уларҙың күргәҙмәһендәге 103 йыллыҡ тарихы булған сергетыш һәм шаршау сарала ҡатнашыусыларҙың барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Таулыҡай ауылында «Уңғандар» ҡатын-ҡыҙҙар клубы әүҙем эшләй. Улар махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында төрлө эштәр алып бара: кәзә һәм һарыҡ йөнөнән әҙерләнгән дауалаусы билбауҙар, яраланған һалдаттар өсөн махсус күлдәктәр тегә, түбәтәйҙәр бәйләй, окоп шәмдәре әҙерләй, маскировкалау селтәрҙәре үрә. Был көндө лә улар ҡырҙан килеүселәрҙе үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, үрҙә һаналғандарҙы эш барышында күрһәтте.
Район ағинәйҙәре йыйынының өсөнсө өлөшө тамаша залында дауам итте. Иң тәүҙә Таулыҡай мәктәбе уҡытыусыһы Ғәзиз Байегетов ҡунаҡтарҙы ауыл тарихы менән яҡындан таныштырып, бик фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе. Уның сығышынан һуң сара бай йөкмәткеле концерт программаһы менән дауам итте. Ҡунаҡтар «Ынйылар» ансамбленең һәм Айзилә Ғәлинаның дәртле бейеүҙәрен, Вәзимә Үҙәнбаеваның ейәне Илназ Сәғәҙәтов менән башҡарған «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырын, мәҙәниәт йорто етәксеһе Айбулат Хәлиловтың, «Хазина» ансамбленең моңло йырҙарын, ағинәйҙәрҙең ҡобайырын рәхәтләнеп тыңланы. Ә инде ауылдың иң оло, ихтирамлы инәйҙәренең береһе Гәүһәр Үҙәнбаеваның быйылғы йыл темаларына ҡағылышлы мөнәжәтен, шиғырын барыһы ла ҙур тулҡынланыу менән тыңланы. Ижади күңелле инәйгә һоҡланып, уға бәхетле ҡартлыҡ, сәләмәтлек теләне. Концерт программаһын ауылСоветы депутаты Әнүзә Азаматова бик матур итеп алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар йыйынды ойоштороуға күп көс һалған Таулыҡай ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Гөлнур Дәүләкәноваға, сценарий авторы Рәйсә Хәсәнова-Яҡуповаға, ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаевҡа, ашханала сәй табыны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Район ағинәйҙәре менән осрашыуҙар, йыйындар йыл буйына дауам итә. Ә инде бөгөнгө саранан алған тәьҫораттар яҡшы. Урындағы ағинәйҙәр, ысынлап та, бик күп эштәр алып барғанын күрһәтте. Барыһы ла, бигерәк тә онотолоп барған, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрендә генә һаҡланған йолаларҙы тергеҙеүҙәре, аты менән саҡырылған егеттең малына сергетыш ябыуҙары, сараға мәктәп уҡыусыларын дайәлеп итеүҙәре оҡшаны. Сөнки беҙ балалар – киләсәк быуын өсөн эшләйбеҙ. Ҡул эштәре күргәҙмәһе лә бай ине. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡ Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы менән ҡыуанып ҡарап сыҡтыҡ. Эйе, беҙ ҡул эштәрен тәүҙә өйрәнәбеҙ, аҙаҡ тергеҙәбеҙ, һуңынан таратабыҙ, – тине район «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова. Таулыҡай ауылында үткән йыйын үҙ маҡсатына иреште. Был сараүҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, ағинәйҙәр эшенә байҡау яһау, киләсәккә маҡсаттар билдәләү яғынан әһәмиәтле булды. Йыйындан һәркем рухи аҙыҡ алып таралышты.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.