Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Июнь 2025, 12:55

Баймаҡ районында янғынға ҡаршы сикләү оҙайтылды

Урмансылыҡтар биләмәһенә транспорт менән инергә ярамай

Баймаҡ районында янғынға ҡаршы сикләү оҙайтылдыБаймаҡ районында янғынға ҡаршы сикләү оҙайтылды
Баймаҡ районында янғынға ҡаршы сикләү оҙайтылды

Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһенә транспорт менән инергә ярамай. Башҡортостан урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Найлә Зарипова хәбәр итеүенсә, хәҙер был саралар 6 июлгә тиклем ғәмәлдә ҡала.

«Сикләү урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу һәм һатыу-һатып алыу килешеүенә ярашлы урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырған юридик шәхестәргә һәм граждандарға ҡағылмай. Әммә туристарға һәм һунарсыларға ҡәтғи ҡағыла. Был осорҙа урман фонды биләмәләрендә тикшереү ойошторола»,  – тип белдерҙеләр ведомствола.

Урмансылыҡтарҙа янғынға ҡаршы режим 15 июнгә тиклем ғәмәлдә ине.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас