Әлфиә Ямантаева, Сәкинә Фәхретдинова, Рима Солтанғолова, Марина Фуникова һәм Гүзәл алсынбаевалар был көндө батырҙарса һәләк булған улдары, туғаны тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.Әле уңалып та өлгөрмәгән яраларҙыҡайтанан тергеҙеү ауыр булһа ла,уларҙы тыңлаған, ишеткән кешеләрбулғанда, күңел төпкөлөндә һаҡланғанхәсрәттәр йылға булып аҡты.– шундай батыр ил һаҡсылары,тимәк, һеҙҙә генә тыуырға тейешбулған, – тине йәштәр-психологикүҙәге етәксеһе Эльвира Мукаева. –Бөгөн йәштәр уларға тиңләшә, ҡаһарманлыҡтарын ҡабатлай. Һеҙҙеңяҡындарығыҙҙың батырлыҡтары арҡаһында тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәйбеҙ. Улар неонацистар беҙҙеңөйгә автомат тотоп баҫып килепинмәһен өсөн ил һағына баҫҡан. Батырул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!Әлфиә Ямантаеваның улы Рөстәмтәүге көндәрҙә үк мобилизацияланған.Батыр егет 2023 йылдың 26декабрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялғаҡайта. Хәле насарайып китеүсәбәпле, дауаханаға эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың8 ғинуарында һәләк була. Кирефронтҡа 10 ғинуарҙа китергәтейеш була, ләкин өлгөрмәй.Әлфиә апайҙың икенсе улы лаағаһының юлын дауам итергә,тигән маҡсат менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракттөҙөгән. Бөгөн ул алғы һыҙыҡта.Бахмутты алған саҡта һәләкбулған Илнур Мусиндың батырлыҡтары тураһында уның апаһы Гүзәл алсынбаева таныштырҙы.Ҡыйыу егет 2023 йылдың октябрендә һәләк булған.Марина Фуникова улы артемтураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Ул ватанын неонацистарҙан һаҡлау өсөн үҙ теләгеменән китә. Быйыл 17 февралдәтыуған ерендә ерләнә.Сәкинә Фәхретдинованың улыРәил махсус хәрби операция башланғандан алып мобилизациялана.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр ул 28ноябрҙә батырҙарса һәләк булған.Рима Солтанғолованың улы Радмир ҙа тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда ситтә тороп ҡала алмай. РәсәйОборона министрлығы менән контракттөҙөп, фронтҡа юллана. 2024 йылдың17 июлендә батыр егет һәләк була.Әсәйҙәр улдары хаҡында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашҡанда, уларҙың бер ваҡытта ла зарланмауын,шылтыратҡан һайын: ”Әсәй, мин һинеөҙөлөп яратам!” – тип әйтә инеләр,тип белдерҙе. Күпме ваҡыт үтһә лә,уларҙың һөйөү тулы күҙҙәре баҡҡанһымаҡ, тиҙәр. Бөгөн бары тик хәтирәләр менән генә йәшәргә мәжбүрбулған әсәйҙәргә тыныс ҡына ҡарауһәм уларҙың иҫтәлектәрен тыңлаумөмкин түгел ине.Улдары батырҙарса һәләк булғанәсәйҙәр бөгөн улдарының ҡаһарманлығын дауам итә. Оло ҡайғы кисергән, көслө рухлы ханымдар ҡәҙерле кешеләренең иҫтәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Ә бөгөн беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – улар хаҡында хәстәрлек күреү. шуны күҙ уңындатотоп, мәшғүллек үҙәге директорыГөлнара Сирусина һәм юрист Зөлфиә шарапова консультация уҙғарҙы.йәштәр-психологик үҙәк белгестәреәсәйҙәргә, тәүлектең ниндәй генәминуты булыуына ҡарамаҫтан мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, тип белдерҙе.Ысынлап та, ниндәй генә хәрби хәрәкәттәр үтмәһен, психологик үҙәк беренсе булып яугирҙәрҙе ҡабул итәһәм реабилитация уҙғарыу өсөн бартырышлығын һала. Бөгөн улар тәүлекәйләнәһенә яугирҙәр һәм яҡындарынюғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр,балалар менән эшләй.Сара һуңында әсәләр улдарыныңпортреттары менән фотоға төштө.Һуңынан әңгәмә сәй табыны артын дадауам итте. Бер-береһенең, белгестәрҙең телефон һандарын яҙып алдылар. Хушлашҡанда улар: “Һеҙ дөрөҫәйткәнһегеҙ – беҙ ауыр ҡайғыбыҙменән яңғыҙ түгел икән. Беҙгә ҡарата булған хәстәрлегегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт”, – тине. Тимәк,алға ҡуйылған бурыс үтәлде. Махсус хәрби операцияла һәләкбулған яугирҙәрҙең әсәләре, ҡатындары һәм балалары менән осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк.
Лилиә Такаева.