+21 °С
Болотло


Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. Биш бала атаһына кәләше Розалия ла бик ныҡлы терәк һәм таяныс.
Артур-Хандың батырлыҡтары тураһында үҙәк телевидение аша ла күрһәттеләр. Яугирҙың үҙенә килгәндә ул ихлас, ябай, кешелекле-кеселекле, уңған булыуы менән айырыла. Тоғро һәм ышаныслы иптәш булған Артур Хисмәтуллин яуҙаштарының һәм командирҙарының ихтирам-хөрмәтенә ҡаҙанған.