Новости
7 Июнь 2025, 12:10

Баймаҡта һабантуй гөрләп үтте

Һабантуйҙа ялан батырҙары, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Ауыл биләмәләре ҡуйған тирмәләре байрамдың айырым бер сағыу биҙәге булды

Баймаҡта һабантуй гөрләп үттеБаймаҡта һабантуй гөрләп үтте
Баймаҡта һабантуй гөрләп үтте

Мотал Рәмов шиғыры

Гөрләп үтһен һабантуйҙар

Беҙҙең башҡорт ерендә.

Һабантуй – халыҡ байрамы,

Йырҙар тыуһын күңелдә!

Эй, һабантуй, һабантуй,

Уйҙар булһын гел уртаҡ!

Булғас, булһын үҙебеҙсә –

Йыр-моң тормаһын туҡтап!

Егеттәрҙең аҫылдары

Һабантуйҙа һанала.

Һылыуҙарҙың һылыуҙары

Нәҡ ошонда дан ала!

Ҡот-йәм биреп еребеҙгә,

Сайҡалһындар игендәр.

Хеҙмәт емештәрен күреп,

Күтәрелһен күңелдәр!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас