Башҡортостанда рәсми туристик маршруттар исемлеге төҙөлдө.
Туристик маршрутҡа рәсми тигән статус биреү туроператорҙарҙан тейешле ғариза ҡаралғандан һуң ғәмәлгә ашырыла. Ғариза биреүселәргә критерийҙар иҫәбендә — республика биләмәһендә бер йылдан ашыуыраҡ эшмәкәрлек алып барыу; туристик маршрутты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә, рейтингтарҙа күрһәтеү.
Туроператорҙарҙан бөтәһе 67 ғариза килгән, тип хәбәр иттеләр республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Ведомство-ара комиссия 59 маршрутты хуплап, исемлеккә индерҙе. Категориялы туристик походтар был исемлектә юҡ.
«Исемлектә рәсми раҫланған маршруттар тураһында дөйөм мәғлүмәттәр генә бирелде. Ул туристарға сәйәхәтте планлаштырырға ярҙам итеү өсөн булдырылды», — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн туроператорҙарға һәм ойоштороусыларға туранан-тура мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә. Туристик маршруттың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн турҙы ойоштороусы яуаплы. Республиканың рәсми туристик маршруттары исемлеге менән аҫтағы һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
https://biznestur.bashkortostan.ru/activity/53541/