Новости
6 Июнь 2025, 10:55

Республика Башлығы - күршеләрҙә

Хәйбулла районында һабантуй гөрләп үтте

Республика Башлығы - күршеләрҙәРеспублика Башлығы - күршеләрҙә
Республика Башлығы - күршеләрҙә

Бөгөн Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Уңыш»стадионында үткән район һабантуйында булды.

10.00 сәғәттән муниципалитет халҡын һәм һабан байрамы ҡунаҡтарын байрам концерты, ат сабыштары, спорт ярыштары, халыҡ уйындары, тирмәләр күргәҙмәһе һәм сауҙа йәрминкәһе көтә ине. Байрамдың төп ҡунаҡтары-аграрийҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары. Быйыл һабантуй «Ҡорбан байрамы» көнөндә үтә, шуға күрә теләгән һәр кем яугирҙарыбыҙҙың именлеге хаҡына ҡорбанға килтерелгән һарыҡ итенән әҙерләнгән былауҙан ауыҙ итә алды.

Ул шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға Шайморатов миҙалын һәм Хәйбулла районының күп балалы әсәйҙәренә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас