“Рота, подъем!” Шундай команда яңғырау менән бер нисә секунд элек тыныс ҡына йоҡлап ятҡан студенттар урындарынан һикереп тороп, хәрби кейемдәрен кейеп, тышҡа, иртәнге зарядкаға сығып йүгерҙе. Ә бер нисә минуттан инде улар тығыҙ сафтарға баҫып, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының гимндарын башҡара ине инде. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары өсөн был көндәрҙә хәрби-уҡыу йыйындары уҙҙы. Унда Баймаҡ ҡалаһы, Урғаҙа ауылы, Бөрйән районының Иҫке Собханғол һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылдарындағы филиалдарҙың студенттары ҡатнашты.
Хәрби-уҡыу күнекмәләре мөмкин тиклем армия тормошона яраҡлаштырып ойошторолған. Уның өсөн уҡыу йортонда бөтә шарттар бар. Ятаҡта йәшәп, дөйөм ашханала туҡланалар. Иртә таңдан алып кискә ҡәҙәр расписание буйынса төрлө күнекмәләр һәм саралар ойошторола. Әйтергә кәрәк, колледж администрацияһы ла был көндәрҙә тулыһынса хәрби кейемдә булып, сараға етди төҫ бирҙе.
Һигеҙ взводҡа бүленгән егеттәр алдына төрлө кимәлдәге уҡыуҙар һәм һынауҙар ҡуйылған. Көн дә улар өсөн ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, төрлө кимәлдәге күнекмәләр ойошторола.
- Хәрби-уҡыу йыйыны хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау уҡыу программаһына таянып төҙөлдө, - тине Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин. – Шуға ярашлы, студенттар алдына физик күнекмәләр эшләү һәм төрлө һынауҙарҙы үтеү бурысы ҡуйыла. Хәрби белем кимәлен нығытыу маҡсатында уҡыуҙар ойошторола. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ саралар уларҙың ошо йүнәлештәге белемдәрен һәм физик әҙерлектәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Көн дә иртәнсәк алға бурыстар ҡуйыла, кискеһен уға анализ яһала. Шул уҡ ваҡытта уңыштар билдәләнә, ҡайҙалыр, кемдеңдер эшләп еткермәгән урындары күрһәтелә. Ә инде взвод командирҙары урынбаҫарҙары һәм бүлексә командирҙары итеп “Патриот” хәрби-патриотик паркында күнекмәлә булып ҡайтҡан студенттар тәғәйенләнде.
Ысынлап та, программа бик бай һәм төрлө яҡлы итеп төҙөлгән. Студенттарҙың дөйөм хәрби әҙерлек дисциплиналары буйынса практик күнекмәләрен һәм оҫталыҡтарын үҙләштергән майҙансыҡ тулы кимәлдә эшләне. Сәпкә атыу, тактик, физик, хәрби медицина һәм ҡоралды атыу әҙерлеген күрһәттеләр. Теҙелеп, тығыҙ сафтарҙа йөрөүгә айырым иғтибар бирелде. Бынан тыш, программала радиациянан, химик һәм биологик һаҡланыуға бәйле тестар эшләнде. Психологик тренингтар, физик күнекмәләр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү, хәрби медицина нескәлектәренә төшөндөрөү кеүек күнекмәләрҙе махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан яугирҙәр уҙғарҙы. “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәре пневматик винтовканан атыу буйынса һынауҙы уҙғарыуҙы үҙ өҫтәренә алды.
- Хәрби-уҡыу йыйынын ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатына, Рәмис Әмиров етәкселегендәге “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәренә, “Дозор” сик буйы һаҡсылары төркөмө етәксеһе Сәлимйән Италмасовҡа һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең колледждың хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау фәне буйынса уҡытыусы Инйәр Биктимеровҡа рәхмәт белдергем килә, - тине Илдус Зәйнуллин. – Патриотик рух тәрбиәләүҙә бындай саралар ҙур әһәмиәткә эйә. Күптәр киләсәктә ил һағына баҫасаҡ. Ә кемдер, ниндәйҙер сәбәп буйынса бара алмай икән, уҙған ошондай саралар нигеҙендә улар әрме хеҙмәтенең нескәлектәрен беләсәк.
Быйылғы уҡыу йылына йомғаҡ яһап, биш көн дауамында барған хәрби-уҡыу йыйыны тамамланды. Уны ябыу тантанаһында студенттарға сираттағы һорауымды бирмәй булдыра алманым: “Армияға барырға теләйһегеҙме?” Бер тауыштан биргән яуаптары миндә ғорурлыҡ тойғоһо уятты: “Беҙ армияла хеҙмәт итергә әҙер!”
Лилиә ТАКАЕВА.
Фото: