Новости
3 Июнь 2025, 04:00

Журналист яҙмалары: Бөтәһе лә Еңеү өсөн!

"...Ләкин тап шул минутта беҙҙең эргәлә генә нимәнеңдер гөрһөлдәгән, ауҙарған, емергән кеүегерәк тауыштар яңғырай башланы. Тағы ҡабатланды, тағы... Шундай мөһим минутта нимәнеңдер иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тороуына түҙмәй: “Нимә эшләйҙәр ул унда?” - тип һорамай булдыра алманым. Яугирҙәрҙең миңә аптыраулы ҡарашын тойоп, Рәмис Рәфис улы ярҙамға ашыҡты: “Ҡайҙалыр “прилет”, снаряд шартлай...” – тине. Мине шунда уҡ ҡурҡыу тойғоһо баҫып алды. Был юлы инде яугирҙәр мине тынысландырырға ашыҡты: “Ҡурмағыҙ, алыҫта бит ул”. Ләкин уларҙың шунда уҡ бер-береһенә ҡарап, әкрен генә тауыш менән: “Ундағы егеттәргә ауырҙыр инде...” – тигәндәрен ишетеп, күҙҙәремә йәш тулды..." Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөтәһе лә Еңеү өсөн!

- Әйҙәгеҙ гуманитар ярҙам менән үҙебеҙ яугирҙәргә барып ҡайтайыҡ.

- Әйҙәгеҙ, барайыҡ.

- Ҡасан?

- Гуманитар ярҙам туплайыҡ та, юлға сығырбыҙ...

“Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе рәйесе Рәмис Әмиров менән шундай ҡыҫҡа ғына һөйләшеү булғандан һуң, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙамды был юлы үҙебеҙ алып барып, ҡулдарына тапшырайыҡ, тигән ҡарарға килдек. Быға ҡәҙәр аҙнаһына 2-3 тапҡыр ебәреп торһаҡ та, ул яҡтарҙы барып күреү, егеттәр менән осрашыу беҙҙең өсөн мөһим бурыстарҙың береһе булып тора ине. Һәм шунда уҡ райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәре төркөмө, “Хәрби туғанлыҡ” Баймаҡ бүлексәһе ойошмаһы ағзалары менән берлектә юлға етди әҙерлек башланды. Төркөмдәргә был хаҡта белдереү яҙыу менән райондың төрлө төбәктәренән йәшник-йәшник гуманитар ярҙам килә башланы. Кемдер аҙыҡ-түлек тапшырһа, кемдер толстовкалар, жилеттар, яралылар өсөн махсус күлдәктәр текте. Сәлимйән Италмасов етәкселегендәге ил сигендә хеҙмәт иткән егеттәр төркөмө эвакуациялау носилкалары әҙерләне. Һөҙөмтәлә 24 апрелдә, киске сәғәт 10-да яугирҙәргә тәғәйен гуманитар ярҙамды тағылмалы өс машинаға тейәп, юлға сыҡтыҡ.

Беҙҙең был сәфәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған марафон тип иғлан ителде. Ул үҙ эсенә күп программаларҙы алды: Бөйөк Ватан һуғышы уҙған иҫтәлекле урындар буйлап үтеү, яугирҙәргә Георгий таҫмалары таратыу, “Еңеү” диктанты яҙыу һәм башҡалар.

Алда беҙҙе билдәһеҙлек көтә. Күңелде ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо баҫып алһа ла, унда яугирҙәр көтә, тигән уй бөтә булған борсолоуҙарҙы алып ташланы. Беҙҙең команданы “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе рәйесе Рәмис Әмиров, уның иң әүҙем ағзалары Ринат Сабаев, Шамил Айытов, Альберт Зөфәров, таксист Рәис Мәүлитовтар тулыландырҙы. Беҙ юҡҡа ғына был составта алғы һыҙыҡҡа юлланманыҡ. Ринат Сабаев менән Шамил Айытов махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан. Яраланыу сәбәпле, улар демобилизацияланған. Өҫтәүенә, Шамилдың бер туған ағаһы күптән түгел Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ниндәйҙер мөғжизә менән ул Шамил хеҙмәт иткән хәрби часҡа ғына түгел, ә тап уның ротаһына эләккән. Тажик-Афған сигендә барған хәрби бәрелештә ҡатнашҡан Альберт Зөфәров хаҡында мәҡәләбеҙҙә һуңғараҡ яҙырмын, әлегә ул сер булып торһон. Ә инде Рәмис Рәфис улы менән ошо юлдар авторының ни өсөн гуманитар ярҙамды оҙатып барырға ҡарар итеүен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡтыр, моғайын.

Мин ултырған машина водителе Рәис Мәүлитов, таксист булараҡ, даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә йөрөй. Уның аша гуманитар ярҙам ебәрәбеҙ, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе алып ҡайта, кире алып бара. Хәбәрсе булараҡ, уға ни өсөн бындай етди ҡарар ҡабул итеүен, ниндәй хәл-ваҡиғаларға осрауын, ғөмүмән, ошо тәңгәлдәге бихисап һорауҙарымды яуҙырҙым. Минең өсөн был яҡтар бөтөнләй сит-ят булһа, Рәис өсөн күптән тапалған һуҡмаҡ. 2023 йылдың сентябренән алып ул даими маршрут булдырған. Айына хатта бер нисә тапҡыр барып ураған саҡтары ла була.

- Иң ауыры – ҡыҫҡа ваҡытлы ялға йәки кире алып барып ҡуйған егеттәрҙең ҡайһы берәүҙәренең ҡара табутта ҡайтыуҙары, - тине ул. - Уның менән әле генә осрашып, хушлашҡан кеүекһең. Ә тап шул күрешеү һуңғыһы булған икәнен белмәй ҙә ҡалаһың. Күптәре минең өсөн яҡын туғаным кеүек булып бөткәйне бит инде.  

Шунда иғтибарымды машинаның түбәһендә йәбештерелгән шеврондар үҙенә йәлеп итте. Баҡтиһәң, уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы. Рәис уларҙы кем йәбештергәне, әлеге ваҡытта ҡайҙа хеҙмәт итеп йөрөүе, кемеһелер инде батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Ысынлап та, ус аяһындай бәләкәй генә әйберҙең артында шундай бай тарих, кеше яҙмышы йәшерелеүе тетрәндерҙе.

Бер тәүлеккә яҡын юлда барғандан һуң, таңғы 6-сы яртыға беҙ Чертково таможня контроль пунктына килеп еттек. Инспекторҙар беҙҙең паспорттарҙы, машиналарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Луганск Республикаһына аяҡ баҫтыҡ. Бары тик шунда ғына күңелде аңлашылмаған тойғо баҫып алды. Әйтерһең дә, беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңы донъяға ишек асылды. Уның артында ҡыуаныслы осрашыуҙар ғына түгел, ниндәйҙер хәүеф-хәтәр ҙә көтөп торған кеүек. Ләкин уйланырға ваҡыт юҡ, алда беҙҙе яугирҙәр көтә. Меловое, Заречное, Новострельцовка ауылдарын үтәбеҙ. Бәләкәй, иҫке генә өйҙәр. Үҙебеҙҙең Башҡортостан ауылдары менән сағыштырып ҡарағанда, бында тормош уҙған быуатта уҡ туҡтап ҡалған кеүек. Ләкин баҫыуҙарҙың һөрөлгәне, ҡайһы бер йорт алдында ҡыҙыл ләлә сәскәләре атып ултырыуы ғына тормоштоң дауам итеүен күрһәтә ине. Автобус туҡталҡалары Рәсәй флагы төҫөнә буялған. Юл ситтәрендә дзот-нығытмалар күҙгә ташлана. Ләкин беҙ киноларҙа, фотоларҙа ғына күргән хәрби бәрелештәрҙән емерелгән бина, шартлауҙан һуң ҡалған соҡор-саҡырлы юл бөтөнләй күренмәй. Был һорауымды юлдашыма бирмәй булдыра алманым.

- Былтыр бында тап шул һеҙ әйткән күренеш ине, - тине ул. – Ләкин нацистарҙан таҙартылған биләмәләр Рәсәй тарафынан артынса уҡ төҙөкләндерелә бара. Былтыр был юлдар соҡор-саҡыр, үтеп тә булмай ине. Бөгөн бында халыҡ тулы тормош менән йәшәй.

Беҙ Старобельевск ҡалаһына килеп индек. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә туҡтап, фотоға төшөп, артабан ҡуҙғалдыҡ. Маршрутҡа һалынған беренсе туҡталышҡа килеп еттек. Беҙ - Новойдарҙа. Алдан килешеп, һөйләшкән биләмәне табып туҡтаныҡ. Республиканан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килтерелгән гуманитар ярҙам тап ошонда яугирҙәргә тапшырыла икән. Беҙҙең команда ла уларҙың бер өлөшөн машиналарҙан бушатып, етегә бүлеп, әҙерләп ултыртып, яугирҙәрҙе көтә башланыҡ. Иң беренсе булып беҙҙең янға “Башҡортостан” полкы егеттәре килеп етте. Һеҙ күрһәгеҙ ине уларҙың ҡолас ташлап беҙҙең менән нисек күрешкәндәрен! Уларҙың йөҙҙәрендә балҡыған бәхетле ошо мәлдәр бөтә борсолоуҙарҙы алып ташланы. Бына шундай була икән ул һағынып осрашыуҙар! Был төркөм яугирҙәргә гуманитар ярҙамды тапшырыуға башҡалар ҙа килеп етте: танк батальоны, разведка, РЭБ операторҙары, медицина ротаһында хеҙмәт итеүселәр... Уларҙың барыһы ла беҙҙең Баймаҡ, ғорур Башҡортостан егеттәре! Бергә иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр, тағы ла осрашыуға һөйләшеп килешеүҙәр...

 

Яу яланында - “Еңеү” диктанты

Беҙҙең был сәфәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналыу сәбәпле, күп кенә сараларҙы үҙ эсенә алған ине. Шуларҙың береһе – яугирҙәр менән “Еңеү” диктанты яҙыу. Маҡсатты аңлатыу менән әле генә балҡып торған егеттәрҙең йөҙө етди төҫ алды. Бындай тәҡдимдән бер нисек тә баш тарта алмауҙарын белдереп, улар ҡулдарына ҡағыҙ һәм ручка алды. Ләкин тап шул минутта беҙҙең эргәлә генә нимәнеңдер гөрһөлдәгән, ауҙарған, емергән кеүегерәк тауыштар яңғырай башланы. Тағы ҡабатланды, тағы... Шундай мөһим минутта нимәнеңдер иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тороуына түҙмәй: “Нимә эшләйҙәр ул унда?” - тип һорамай булдыра алманым. Яугирҙәрҙең миңә аптыраулы ҡарашын тойоп, Рәмис Рәфис улы ярҙамға ашыҡты: “Ҡайҙалыр “прилет”, снаряд шартлай...” – тине. Мине шунда уҡ ҡурҡыу тойғоһо баҫып алды. Был юлы инде яугирҙәр мине тынысландырырға ашыҡты: “Ҡурмағыҙ, алыҫта бит ул”. Ләкин уларҙың шунда уҡ бер-береһенә ҡарап, әкрен генә тауыш менән: “Ундағы егеттәргә ауырҙыр инде...” – тигәндәрен ишетеп, күҙҙәремә йәш тулды. Был хәл-ваҡиғаны иҫәпкә алып, нисек кенә мөһим булмаһын, “Еңеү” диктантын оҙон-оҙаҡҡа һуҙырға кәрәкмәгәнен аңлағайным инде. Яугирҙәргә егерме биш һорауҙың бер нисәүһен генә биреү менән сикләндем.

Эйе, диктантты беҙ шундай снаряд шартлаған тауыштар аҫтында яҙҙыҡ. Еңеү һалдаттарының ейәндәре бөгөн үҙҙәре Ватан һағына баҫып, ата-бабаларының данлы үткән юлы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Бөгөн үҙҙәре шул уҡ һуҡмаҡтан үтеп, шул уҡ батырлыҡты ҡабатлайҙар. Быуындар бәйләнеше шундай шарттарҙа ла тап килер, тип бер кем дә уйламағандыр, моғайын.

Ә ул снаряд шартлауы минең өсөн бөтөнләй таныш булмаған тауыш ине. Уның ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ишеткәнем булманы. Бының өсөн илебеҙҙе немец илбаҫарҙарын тар-мар итеп, Бөйөк Еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙға мәңгелек бурыслыбыҙ. Уларҙың ҡаһарманлыҡтары алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн, 80 йылдан һуң, тап шул нацистарҙың балалары ҡайтанан баш ҡалҡыта: тыныс тормошто емерә, вата, ҡыйрата... Шуның өсөн дә беҙҙең яугирҙәр бөгөн уларға ҡаршы көрәшкә сыҡҡан.

 

Яугирҙәргә - “Георгий  таҫмаһы”

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Баймаҡ районының оҫта ҡуллы ҡыҙҙары менән берлектә Георгий таҫмалары әҙерләгәйнек. Уларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә таратып биреү беҙҙең марафондың бер сараһы ине. Нацистарға ҡаршы көрәшкәндә уларҙың күкрәктәренә тағылған Георгий таҫмалары көс-ғәйрәт өҫтәһен, тигән маҡсат күҙ уңында тотолғайны. Һәм яңылышмағанбыҙ. Георгий таҫмаларын күреп, яугирҙәр шундай ҡыуанды. Уларҙы юлымда осраған һәр береһенә тараттым. Таҫмаларҙы тотоп, һонған ҡулымды күреп, уҙып барған машиналар туҡтаны, үтеп барған яугирҙәр янымда тын ҡалды. Минең өсөн был минутта уларҙың таныш булыу-булмауҙары, ниндәй милләт кешеһе, ҡайҙан икәнлеге мөһим түгел ине. Уларҙың барыһы ла беҙҙең Рәсәй яугирҙәре. “Ҡалай яҡшы булды әле! Ҡайҙан алырға икән тип уйлай инем. Бөгөн бынан да яҡшыраҡ бүләктең булыуы мөмкин түгел!” - тип улар ҡыуана-ҡыуана ҡабул итте. Шунда уҡ күкрәктәренә тағып, иң ҙур награда алғандай ҡыуанып, уны һыйпап-һыйпап ҡуйыуҙарын күреү, Георгий таҫмаларының шундай ҙур көскә эйә булыуын иҫбатлай ине. Быны күреп, ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш тулды.

Яугирҙәрҙең: “Ә һеҙ кем, ҡайҙан?” - тигән һорауҙарына: “Башҡортостандан, Баймаҡтан”, - тип яуапланым. Ә бына үҙемә позывной уйламаған инем. Шуға күрә “Һаҡмар” гәзитендә хәбәрсе булып эшләүемде иҫәпкә алып, телемә килгән беренсе һүҙҙе яуҙырҙым: “Сакмарочка”.  

- “Сакмарочка”, минең унда дуҫтарым бар, уларға ла бирә алаһығыҙмы?” - тип окопташтарына ла таҫма һораусылар булды. Бына ниндәй ул яугирҙәр дуҫлығы! Улар үҙҙәрен генә түгел, окопташтарын да ҡайғыртып, бер-береһенә иңдәрен ҡуйып, ышаныслы, ныҡлы терәк булып хеҙмәт итә!

 

Фронтҡа - ҡәләм менән

Баймаҡ егете, хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев менән күптән танышбыҙ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан уның төплө һәм етди фекер йөрөтөүе һоҡландырҙы. Илдар менән бергә фронт һыҙығы буйлап үттек, яугирҙәр менән күрештек, яңы тормош башлаған төбәктең йәшәйеше менән таныштыҡ.

Ҡала һәм ауылдарҙың һәр урамында урынлашҡан блок-постарға ҡарамағанда, бында тыныс тормош хакимлыҡ итә, тип әйтергә мөмкин. Илдар Юлдыбаев: “Ағайҙар арығандыр, әҙерәк ял итһен”, - тип бер машинаға үҙе ултырып беҙҙе алып йөрөттө. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, ысынлап та, беҙҙең егеттәр барғанда ла, ҡайтҡанда ла бер генә минутҡа булһа ла ялға туҡтаманы. Руль артында бер-береһен алмаштырып, йөрөп ҡайттылар. Ысынлап та, яугирҙәр көткәндә, йоҡо тураһында уйлау башҡа ла инмәне.

Беҙҙең алдан һалынған маршрутҡа бер аҙ үҙгәрештәр индерергә тура килде. Сөнки Илдар беҙҙе мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк юлдарҙан алып йөрөргә тырышты. Телефонға “Һауа тревогаһы!” тигән смс-хәбәрҙең килеп тороуы ла һаҡланыу сараһын күрергә мәжбүр итте. Һәр мөйөштә тиерлек урынлашҡан блок-постарҙа машинаны туҡтатып, йөктө, беҙҙең паспорттарҙы тикшерәләр. Үҙҙәре һайлап, ҡумталарҙы асып ҡарайҙар. Ҡайһы бер блок-постарҙа тикшереү уҙғансы, машинанан төшөп тороуҙы һоранылар. Шундай туҡталыштарҙың бер-икеһендә беҙҙең башҡортса һөйләшкәнде ишетеп, Росгвардия һалдаттары араһында булған Башҡортостан яугирҙәре эргәбеҙгә килеп етте. Әбйәлил егеттәре менән шулай таныштыҡ. Улар, илебеҙгә хәүеф янағанда ситтә ҡала алманыҡ, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөк, тип белдерҙе. Егеттәргә Георгий таҫмалары бүләк итеп, киләһе блок-посҡа тиклем юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Беҙ Счастье ҡалаһы аша үтеп барабыҙ. Илдар Вәсил улы Төньяҡ Донецк йылғаһы аша һалынған күперҙе күрһәтеп, түбәндәге тарихты һөйләне:

- Был күперҙең тимер ҡоролмалары Украина флагы төҫөнә буялған булған. Әсиргә төшкән Украина һалдаттарынан уны Рәсәй флагы итеп ҡайтанан буяталар.

Әйткәндәй, бында һәр ҡайҙа Рәсәй флагын күрергә мөмкин. Административ учреждениеларҙа, блок-постарҙа, хатта шәхси йорттарҙың ҡапҡаларында ла ул бар.

- Былтыр был ерҙәрҙә снарядтар шартлауынан биналар емерелеп, юлдарҙан үтерлек түгел ине. Рәсәй көсө менән улар тергеҙелде. Красный Луч ҡалаһын Башҡортостан Республикаһы шефлыҡҡа алған. Беҙҙе унда балалар баҡсаһы, мәктәп коллективтары, уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәр һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы ала.

Ғөмүмән, бында тыныс тормош урынлаштырыу буйынса күп эштәр башҡарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың проектына ярашлы, Донецк өлкәһе Горловск районындағы Саур-Могила ҡурғанында реставрация уҙған. Бында тап ошо ҡалҡыулыҡ өсөн һәләк булған ике быуын Ватан һаҡсылары ерләнгән. Был ҡурғанда шундай тетрәндергес, тарихи ысынбарлыҡ мәңгеләштерелгән. Снарядҡа тотолғандан һуң обелиск ҙур зыян күрә, ярсыҡтарҙан тишкеләнеп бөтә. Ләкин реставрация ваҡытында ҡаты алыштарҙа һәләк булған яугирҙәрҙе онотмай, мәңге хәтерләтеп торһон өсөн ярсыҡтарҙы алмай ҡалдыралар.

Артабан Моспиноға табан юл алдыҡ. Унда беҙҙе мобилизацияланған яугирҙәр көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тарафта беҙгә юл ябыҡ булып сыҡты, һауа хәүефе иғлан ителгән. Һөҙөмтәлә 428 полктың мобилизацияланған яугирҙәре менән Донецк ҡалаһындағы “Сигма” сауҙа йорто эргәһендә осрашырға килештек.

Эйе, беҙ даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп торған Башҡортостан яугирҙәренең күптәре менән таныш түгелбеҙ. Ләкин ҡайһы берҙәре менән телефон аша ғына һөйләшеп тә, туғанлашып бөткән кеүекбеҙ. Ә инде осрашҡанда, бер-беребеҙҙе оҙаҡ йылдар белгән кеүек күрешәбеҙ. Шундайҙарҙың береһе – Икенсе Этҡол ауылы егете Ришат Байымов (позывной “Зампотыл”). Ул махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәрендә үк мобилизацияланған. Окопташ дуҫтары менән командирҙар тарафынан ҡуйылған бойороҡто үтәү өсөн бар көстәрен һала. Гуманитар ярҙамға, толстовка һәм Георгий таҫмаларына ихлас ҡыуанды ул. Яугир беҙҙең үтенесте ҡабул итеп, госпиталдән сыҡҡан ауылдашы Рифат Әбделмөъминовҡа (позывнойы “Башҡорт”) туғандары әҙерләгән посылканы ҡулына алып барып тапшырҙы. Шуның менән ул беҙҙең өсөн һанаулы ғына ҡалған ваҡытты экономияларға мөмкинлек бирҙе.

Маршрутҡа Луганск ҡалаһындағы хәрби госпиталь дә ингән ине. Унда медицина пункты начальнигы “Усла” позывнойлы яугиргә ауылдаштары әҙерләгән гуманитар ярҙамды, шулай уҡ Семеновск (етәксеһе Гөлшат Сәлимова) һәм Таулыҡай (Хәнифә Ишалина) ауылдарының уңған ҡатын-ҡыҙҙары яраланған егеттәргә теккән махсус күлдәктәрҙе лә тапшырырға тейеш инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Усла” – Алһыу Шәрәфетдинова үҙе лә был яҡҡа сыға алманы, беҙгә лә төпкә үтеп инеү мөмкинлеге булманы. Шуға күрә гуманитар ярҙамды Красный Луч ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһының базаһында  ҡалдырырға мәжбүр булдыҡ. Ә бында инде Ринат Сабаев өсөн көтөлмәгән осрашыу булды. База мөдире Александар менән улар окопташтар булып сыҡты. Бергә нацистарға ҡаршы көрәшкәндә икеһе лә ҡаты яралана һәм госпиталдә бергә дауаланыу курсы үтә. Ринат демобилизациялана, ә Александар фронт юлын дауам итеп, базала яугирҙәргә ярҙам итә.

Был көндө беҙ “Башҡортостан” батальонының 31-се полкының танк батальоны яугирҙәренә, ошо уҡ полктың радиоэлектрон хәүефһеҙлеген тәьмин иткән 75-се ротаға, медицина батальондарына, разведка ротаһына, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам тапшырҙыҡ. Тапшырҙыҡ һәм уларҙан яңы заявкалар ҡабул иттек. Уларҙы яҡын арала үтәргә тырышырбыҙ, тип һүҙ бирҙек.

 

Тыуған яҡҡа юл...

Сәғәт телдәре киске 9-ға яҡынлаша. Махсус хәрби операция барған биләмәлә төнгө сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем комендант сәғәте иғлан ителгән. Шул сәбәпле, сәғәт киске 10-ға тиклем беҙ таможня контролен үтеп, сикте үтеп өлгөрөргә тейешбеҙ. Кире осраҡта, машинанан да сыҡмай, таң атҡанын көтөргә тура киләсәк. Алһыу Шәрәфетдиноваға һәм хәрби заданиела булып ҡалыу сәбәпле беҙҙең яҡҡа сыға алмаған мобилизацияланған егеттәргә тәғәйенләнгән гуманитар ярҙамды Красный Луч ҡалаһындағы базала урынлаштырып, ҡайтыр юлға газға баҫтыҡ. Эйе, эйе, беҙҙең ваҡыт бик тығыҙ ҡалыу сәбәпле, машинаның тиҙлеген арттырырға тура килде. Һуңғы минутта сикте үтеп өлгөрөп, еңел тын алып ҡуйҙыҡ. Шуның менән бөтә булған борсолоуҙар һыпырып алған кеүек юҡҡа сыҡты. Үҙебеҙҙең иңгә алған ауыр бурысты үтәп, тыныс күңел менән ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Ләкин шунда уҡ телефон шылтыраны. Күптән инде беҙҙең менән бергә эшләгән таксист: “Иртәгә яугирҙәргә сығабыҙ. Гуманитар ярҙам тейәргә ине”, - тине. Беҙ ҡуш ҡуллап ризалаштыҡ. Сөнки үҙебеҙ яугирҙәр эргәһендә йөрөһәк тә, район һәм ҡала халҡы гуманитар ярҙамды килтереүҙән туҡтаманы. Уларҙы Баймаҡта ҡалған “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы егеттәре ҡабул итте.

Тыуған яҡҡа ҡайтыр юл, шул уҡ саҡрымдар булһа ла, гел генә ҡыҫҡа булып тойола. Иңдәреңә ҡанаттар барлыҡҡа килгәндәй, осоп ҡайтып етер кеүекһең. Унда һине ғаиләң, балаларың, яҡындарың көтә. Уларҙы күҙ алдына баҫтырып, тағы ла ҡанатланып ҡуяһың. Юлға сыҡҡандан әҙ генә ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һағынып, юҡһынып өлгөргәйнек инде. Моғайын да, яу яланында булған яугирҙәр ҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыр алдынан тап шундай хис-тойғоларҙы кисерәлер. Юҡ, уларҙа һағыныу көсө тағы ла нығыраҡтыр. Сөнки яугирҙәр махсус хәрби операция биләмәһендә оҙағыраҡ ваҡытҡа, айҙар, йылдар буйына ҡалырға мәжбүр.  

 

“Башҡаса булдыра алманым”

Быға ҡәҙәр фтизиопульмонологик республика клиникаһында эшләгән “Усла” позывнойлы Баймаҡ ҡыҙы Алһыу Шәрәфетдинова ике йыл элек МХО биләмәһенә юллана. Егерме өс йыл тәжрибә туплаған медицина хеҙмәткәре үҙенең урынын тап бында, тип һанай. Яугирҙәргә булышлыҡ итеү маҡсатында тәүҙә ул ирекмәндәр сафына баҫа. Бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙамды үҙе алып барып тапшыра. Бындағы хәлдең ниндәй етди булыуын күреп, медицина хеҙмәткәре булараҡ, үҙен бында нығыраҡ кәрәклеген тоя. Ярҙамына мохтаж булғандарҙы ташлап китә алмай. Выжданы ҡушмай. Һөҙөмтәлә шундай ҡыйыу аҙымға бара. Бөгөн күпме яугирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалғанын ул хәрби сер итеп һаҡлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, улар күп.

- Бер ҡасан да фронт эсендә булып, кеше ғүмерен ҡотҡарырмын, тип уйламай ҙа инем, - тине ул. – Тәүҙә махсус хәрби әҙерлек үттек. Фронт һыҙығы алға барған һайын беҙ ҙә улар артынан эйәрәбеҙ. Сөнки яраланған яугирҙәргә ваҡытында медицина ярҙам күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк. Бындай осраҡта минуттар ғына түгел, секундтар ҙа һанаулы. Яугирҙәрҙең һаулығы һәм ғүмере күп осраҡта беҙҙең хеҙмәттән тороуын яҡшы аңлайбыҙ.

“Усла” тәүҙә яу яланында яраланған хәрбиҙәрҙе эвакуациялауҙа ҡатнаша. Минут һайын хәүеф аҫтында эш итеүен яҡшы аңлай ул. Яралыларҙың ниндәй генә хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ут эсенән һөйрәп сығарыуға үҙендә көс таба. Бының өсөн һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, ә батыр йөрәкле булыу ҙа талап ителеүе аңлашылалыр, моғайын.

- Үҙеңә уяуыраҡ, тынысыраҡ булырға кәрәк инде, - тине Алһыу Ғөбәйт ҡыҙы. - Ҡурҡыу тойғоһо менән бында эш итеп булмай. Хеҙмәт итә-итә, бәлки, өйрәнеп тә китәһеңдер.

А.Шәрәфетдинова фронт эсендәге хеҙмәте тураһында күп һөйләмәне. Әйткәндәре лә күҙ йәштәре аша бирелде. Бөгөн ул медицина хеҙмәтенең гвардия сержанты званиеһында хәрби частың медицина пунктын етәкләй. Күкрәген махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн ил Президенты һәм Республика Башлығы тарафынан бирелгән күп наградалар биҙәй. Шайморатов миҙалын уға былтыр Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайы менән үткән тантаналы йыйылышта тапшыра.

Әйткәндәй, Алһыу Шәрәфетдинованың ҡыйыу аҙымын беренсе булып уның ҡыҙы ҡеүәтләп сыға. Әсәһе менән ғорурланып, ул да 9-сы класты тамамлағас, медицина юлынан китә. Бөгөн ул Өфө медицина колледжы студенты.

- Беҙҙе бала саҡтан ата-әсәйҙәр, мәктәп, йәмғиәт “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау” тигән лозунг аҫтында тәрбиәләне, - ти Алһыу Ғөбәйт ҡыҙы. - Патриотик рух беҙҙә көслө. Шуның өсөн дә миндә барырғамы, ҡалырғамы, тигән икеләнеү булманы. Кәрәк, тигән маҡсат менән алға ынтылдым. Дрон осоп килеп шартлауҙан яраланған егеттәргә беренсе булып ярҙамға ташланған осраҡтар күп булды. Уларҙың барыһына ла ярҙам иткем килә. Бындай осраҡта команда менән тығыҙ эшләү мөһим. Водителдәр, санитарҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер төптән тороп егеттәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ.

Иң ҙур хыялың ниндәй, тигән һорауға ул бер ҙә икеләнеп тормай: “Бала саҡтан баянда уйнарға өйрәнгем килә ине. МХО бөткәс, мотлаҡ курсҡа яҙыласаҡмын, тигән маҡсат ҡуйғанмын”.

Ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙ бөгөн дә алғы һыҙыҡта хеҙмәтен дауам итә. Иңдәренә ир-егеттәр бурысы йөкмәп, яраланған егеттәребеҙгә ярҙамға ынтылыуы ғорурлыҡ уята.

 

“Һеҙ теге һуғышта Еңеү яулаһағыҙ, беҙ быныһында еңәсәкбеҙ”

- Бына, ҡартатай, һиңә килдем. Һуғышта нисек ауыр булыуын, дошман пулялары аҫтында атакаға күтәрелгәндә нимәләр кисергәнеңде, окопташ дуҫтарыңды юғалтыу ҡайғыһын, ҡыйын саҡтарҙа ҡатыныңды, балаларыңды иҫкә алған мәлдәрең, фашист илбаҫарҙарына булған нәфрәт һәм Ватаныңа булған һөйөүҙең нисек ҡәҙерле икәнен хәҙер мин дә беләм. Бөгөн мин  махсус хәрби операцияла ҡатнашам. Был аҙымға нацистарҙың юлына арҡыры төшөргә, ысын ир-егеттәргә генә хас булған тойғо менән илебеҙҙе яҡларға, ҡатыным һәм өс улым йәшәгән өйҙөң тупһаһына автомат тотҡан дошмандар килеп баҫмаһын өсөн барҙым...

“Урман” позывнойлы яугир Тимур Мөсәлимов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса һәләк булған ҡартатаһы Вәхит Хәбир улы Мөсәләмовтың ҡәберлеген эҙләп таба. Ул Орлов өлкәһенең Кукуевка ауылы өсөн барған алышта батырҙарса һәләк була, Дубровский ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Тимур Фәрит улы ла ҡартатаһы кеүек үк фронт юлы аша үтеп, бөгөн нацистарға ҡаршы көрәш алып бара. Ул “Башҡортостан” полкының Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-ракета батареяһы составында алғы һыҙыҡҡа инә. Кременной  ҡалаһы өсөн барған хәрби бәрелештән сыҡҡас, уларға Орлов ҡалаһынан гуманитар ярҙам килә. Был осраҡлы күренеш булмайҙыр, моғайын. Уларҙан туғандар ҡәберлеге тураһында белешмә ала. Фәрит Мөсәлимов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, кире фронтҡа барғанында мотлаҡ унда һуғылып китергә, тигән ҡарарға килә. Һүҙендә тора яугир. Дубровск ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегенә килеп, ташҡа уйып яҙылған таныш исем-фамилияны табып, ҡартатаһының ҡәбере алдында баш эйә. Тап шунда ул:  

- Һеҙ ул һуғышта еңгәнһегеҙ, ә беҙ быныһында еңәсәкбеҙ, - тип һүҙ бирә.

Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән гуманитар ярҙам күп килә. Улар араһында балаларҙың хаттарын яугирҙәр ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә. Шундайҙарҙың береһен Тимур Мөсәлимов гимнастерка кеҫәһендә ҡәҙерләп һаҡлай. Унда шундай юлдар бар: “Яугир, бер ҡасан да һиңә ауыр тип уйлама! Көрәшегеҙ! Еңеү яулағыҙ! Еңеү менән ҡайтығыҙ! Үҙ көсөңдө, ныҡлы характерыңды күрһәт. Минең хатымды уҡығаның өсөн рәхмәт, тере булғаның өсөн рәхмәт! Ата-әсәйемдең минең һәм ағайым өсөн борсолмай йәшәгәне өсөн рәхмәт! Тап һеҙҙең ҡыйыу аҙымдан минең киләсәк тормош юлыма һуҡмаҡ һалына ла инде...”

Эйе, балаларҙың киләсәге бөгөн “Урман”, “Баймаҡ”, “Башҡорт”, “Хан”, “Үлемһеҙ”, “Маджахит”, “Бархат”, “Бөркөт”, “Дан” һәм башҡа, һәм башҡа меңәрләгән геройҙарҙың күрһәткән ҡаһарманлыҡтарына бәйле.

Ҡартатаһының ҡәбере алдында баш эйеп, уның юлын дауам иткән “Урман” үҙ хеҙмәте хаҡында бик һөйләп бармай. Бәлки, ваҡыты етмәгәндер. Бәлки, Еңеү яулап ҡайтҡас, ғаиләһе, яҡындары менән бергә йыйылғанда, командирҙары ҡуйған бойороҡто нисек үтәүҙәре хаҡында һөйләр.

Тимур Мөсәлимов – Өфө ҡалаһында тыуып үҫһә лә, яҙмышын Баймаҡ ере менән бәйләй. Хәрби хеҙмәттән һуң Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә. Осетия, Ингушетия, Чечен Республикаларында барған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн “Ҡыйыулыҡ өсөн”, “Ватанға һәм бурысына тоғролоҡ өсөн”, “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн” миҙалдарына, “Хеҙмәтенә тоғролоҡ өсөн”, “Милиция отличнигы”, “Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” билдәләренә лайыҡ була.

Махсус хәрби операция башланғас та ул ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың май айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бөгөн ул “Башҡортостан” батальонының 31-се мото-уҡсылар полкында взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә, өлкән сержант. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, Шайморатов, II дәрәжә “Хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн” миҙалдары менән наградлана.   

Герой ҡала Сталинград-Волгоград

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған марафондың киләһе туҡталышы – Волгоград ҡалаһы. Бөйөк Ватан һуғышында был ҡала өсөн ҡаты алыштар бара. Сталинградты, йәки хәҙер инде Волгоградты яулап алыр өсөн немец илбаҫарҙары бар көсөн ташлай. Ләкин совет һалдаттары батырҙарса ҡаршылыҡ күрһәтә. Был яуҙа меңәрләгән яугир һәләк була. Был хаҡта Мамаев ҡурғаны ҡанлы тарихты һаҡлай. Ҙур туғандар ҡәберлегендә - 34505, ә бәләкәйендә 1500 һалдат ерләнгән.

Мамаев ҡурғаны Сталинград өсөн барған алышты һүрәтләгән бик күп скульптура композицияһын үҙ эсенә ала. Уларҙың һәр береһе бөгөнгө көнгә ауаздаш. 80 йылдан һуң да “Ватан-Әсә саҡыра!” һәйкәле оран һалып, илебеҙгә хәүеф янаған нацистарға ҡаршы көрәшкә күтәрелергә саҡыра. Бына был композицияла Тыуған ил өсөн, Тыныслыҡ өсөн тип алға ынтылған яугирҙәр мәңгелеккә тын ҡалған. Дошмандарға ҡарата нәфрәт уларҙың һәр хәрәкәтендә сағыла, ҡарашында күҙәтелә. МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр менән булған осрашыуҙа ла уларҙың күҙҙәрендә тап шундай осҡондарҙы күрергә мөмкин ине. “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”, “Еңеү менән ҡайтырбыҙ!” тигән һүҙҙәре уларҙы батыр аҙымға этәрә. Ә бына “Ҡайғылы әсә” скульптураһында иле өсөн батырҙарса һәләк булған балаһын алдына һалып ҡосаҡлап, ҡайғы-хәсрәткә сумған әсәнең күҙ йәштәренән күл хасил булған. Шул ваҡытта күҙ алдымдан улдары махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған әсәләрҙең йөҙҙәре йәшен тиҙлегендәй сағылып үтте. “Мәңгелек ут” залында әкрен генә матәм көйө яңғырай. Сталинград өсөн барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк булған совет һалдаттарының исем-фамилиялары бында ташҡа уйып яҙылған. Бында тыныс ҡына ҡалыу мөмкин түгел ине...

Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Дөрөҫ икән. 80 йыл элек булған хәл-ваҡиғаны бөгөн беҙ ҡайтанан кисерәбеҙ. Эйе, махсус хәрби операция барған биләмәләрҙә булып ҡайтҡандарҙа тормошҡа ҡарата бөтөнләй икенсе төрлө ҡараш барлыҡҡа килә. Йәшәүҙең мәғәнәһен нығыраҡ төшөнәһең, маҡсатыңа үҙгәреш индерәһең, тормошто яратып ҡабул итәһең, икенсе төрлө фекер йөрөтә башлайһың. Тап бында кеше ғүмеренең ни тиклем оҙон һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа икәненә төшөнәһең. 

Шундай ауыр тойғолар менән ҡайтыр юлға ыңғайланыҡ. Унда беҙҙе балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, тыныс тормош көтә. Шул уҡ ваҡытта яугирҙәрҙең заявкаларын үтәү өсөн мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ ирекмәндәр эше көтә...

Юлдағы осрашыу

Сәфәребеҙҙең тағы ла бер туҡталышы тураһында яҙмай китеү мөмкин түгел. Йәнйегет ауылынан Альберт Зөфәров өсөн ҡыуаныслы һәм күптән көтөлгән осрашыу булды. Уны Саратов өлкәһендә армияла бергә хеҙмәт иткән хеҙмәттәше Иван Филиппов ҡаршы алды. 30 йылдан һуң кисәге ике һалдат осрашып, күреште. Күпме ваҡыт уҙһа ла һалдаттар дуҫлығы – мәңгелек.  

Беҙҙең экипаж Баймаҡҡа килеп ингәндә Ирәндек һыртынан ҡояш ҡалҡып, нурҙарын һибә ине инде. Һаумы, ҡояш! Беҙ ҡайтып еттек!

Һүҙ аҙағында...

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” марафонының һуңғы пунктына килеп еттек. Өс тәүлектә яҡынса 5 меңдән ашыу километр юлды артмаҡлап, Бөйөк Ватан һуғышы барған эҙҙәрҙән үтеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам тапшырып, яңы бурыстар йөкмәп йөрөп ҡайттыҡ. Сараны ойоштороуға күп көс һалған райондың “Беҙ бергә!” ирекмәндәренә, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәренә, хәйерле юл теләп, беҙҙең өсөн борсолоп тороп ҡалған яҡындарыбыҙға, туғандарыбыҙға, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгендә эшләгән коллегаларыма рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! 

Лилиә ТАКАЕВА.

Баймаҡ – Ростов – Луганск – Донецк – Макеевка – Красный Луч – Волгоград – Баймаҡ.

 

Журналист яҙмалары: Бөтәһе лә Еңеү өсөн!
Журналист яҙмалары: Бөтәһе лә Еңеү өсөн!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас