Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июнь 2025, 09:00

Кем эҫегә зарлана ине әле

республикаға һалҡын атмосфера фронты яҡынлаша

Кем эҫегә зарлана ине әлеКем эҫегә зарлана ине әле
Кем эҫегә зарлана ине әле

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһенә һалҡын атмосфера фронты яҡынлаша. Йәшенле ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, урыны менән елдең көсәйеүе көтөлә.

Шишәмбе, 3 июндә, һауа температураһы көндөҙ +18, төндә иһә  +9 градусҡаса түбәнәйә.

Ял көндәренә температура йәнә 28 градусҡа тиклем күтәрелә.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндә Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма +17,4°). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын, республиканың көньяғында норманан аҙыраҡ булыуы фаразлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас