Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июнь 2025, 06:20

Баймаҡ адвокаттары бушлай ярҙаи күрһәтте

Бөтә Рәсәй акцияһына  ярашлы, ҡабул итеүҙе Айгөл Мырҙабулатова һәм Азат Кәримов алып барҙы. Кешеләрҙең һорауҙары күп булыу сәбәпле, адвокаттар бындай сараны ай һайын үткәрергә ҡарар итте.

Баймаҡ адвокаттары бушлай ярҙаи күрһәттеБаймаҡ адвокаттары бушлай ярҙаи күрһәтте
Баймаҡ адвокаттары бушлай ярҙаи күрһәтте

Бөтә  Рәсәй бушлай юридик ярҙам көнө сиктәрендә, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Баймаҡ махсуслаштырылған филиалы адвокаттары ҡала һәм район халҡына бушлай квалификациялы юридик ярҙам күрһәтте.

Адвокаттар Мырҙабулатова Айгөл Азамат ҡыҙы Һәм Кәримов Азат Наил улы ҡабул итеүҙе алып барҙы.

Граждандар иң көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итте: мөлкәтте бүлеү, шулай уҡ торлаҡ бәхәстәре, хеҙмәт конфликттары һәм мираҫ мәсьәләләре буйынса.

Бушлай юридик ярҙамға ихтыяж ҙур булыу һәм мөрәжәғәт итеүселәрҙең күп булыуы менән бәйле, филиал базаһында граждандарҙы бушлай юридик ҡабул итеүҙе ай һайын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас