Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июнь 2025, 09:15

Ата-әсәһенең йылдар дауамында йыйған аҡсаһын аферистарға күсергән

Ҡыҙ сейфты асып 3 миллион һумдан ашыу аҡсаны мутлашыусыларҙың иҫәптәренә ебәргән 

Өфө студенты йәшерен рәүештә сейфтан ата — әсәһенең 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын алып, уларҙы мутлашыусыларға күсергән.

 Аферисттарҙың ҡорбаны әйтеүенсә, 25 майҙа уға мессенджерҙарҙа шылтыратыуҙар килә башлай. Енәйәтселәр үҙҙәрен университет, Росфинмониторинг һәм хатта ФСБ хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Һылтауҙар төрлө була: тест үткәреүҙә ҡатнашыуҙан һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» нә үтеп инеүҙән алып енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янауға тиклем. Баҫымға бирелеп, зыян күреүсе ғаилә сейфын аса, бар аҡсаны ала һәм енәйәтселәрҙең күрһәтмәһе буйынса уларға банкоматтар аша күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә. Аҡсаның юғалыуын ҡыҙҙың ата-әсәһе күреп ҡала. Һуңыраҡ ул дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан күрһәтелгән кешеләрҙең күрһәтмәләре буйынса аҡса күсереүен таный. Ҡыҙының мутлашыусылар ҡулына эләгеүен аңлап, ғаилә шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас