Новости
31 Мая 2025, 06:40

III халыҡ-ара “Китап -байрам” йәрминкәһендә - ҡурай күргәҙмәһе

III халыҡ-ара “Китап-байрам” йәрминкәһендә милли музыка ҡоралы ҡурайға арналған тематик күргәҙмә үтә. Экспозицияны Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ойошторған.

III халыҡ-ара “Китап-байрам” йәрминкәһендә милли музыка ҡоралы ҡурайға арналған тематик күргәҙмә үтә. Экспозицияны Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ойошторған.
Күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына 1880 йылдан алып беҙҙең көндәргә тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған китаптар тәҡдим ителгән. Бынан тыш, Башҡортостандың билдәле ҡурайсылары Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡалар тураһында биографик материалдар мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ҡурайҙың төрҙәре менән таныштырыу – ул күргәҙмәнең айырым ғорурлығы. Унда традицион ҡамыш ҡурайҙан башлап тәжрибәле оҫталар эшләгән заманса ҡоралдар тупланған.
Күргәҙмәгә килгән һәр ҡунаҡ башҡарыусылар һәм педагогтар үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, ҡурайҙа уйнау нигеҙҙәрен өйрәнә, оҡшаған китаптар менән шәхси китапханаһын яңы баҫмалар менән тулыландыра ала.
Күргәҙмә 30 майҙан 1 июнгә тиклем эшләйәсәк. Ҡурайға бәйле бәйле тарихтарҙы һәм легендаларҙы ишетергә теләһәгеҙ, сихри моң донъяһына рәхим итегеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас