+21 °С
Болотло


<Башҡортостан егеттәре> йыры махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең гимны ул. Үкенескә ҡаршы, был йырҙың авторы һәм башҡарыусыһы Артур Альберт улы Ғәҙелшин МХО-ла батырҙарса һәләк булды. Бетерә ауылында тыуып үҫкән Артур һуғышта ла йырҙар яҙыуын итте. Артур Ғәҙелшин беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлап, батырҙарса һәләк булды. Сәрүәр Сәлим ҡыҙы һәм Альберт Шәриф улының, яҡындарының, ауылдаштарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.