+24 °С
Ямғыр


Алдағы ял Көндәре Башҡортостанда эҫе була, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 30 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ +26, +31 градус.
Шәмбе, 31 майҙа, яуым-төшөмһөҙ, ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көнсығыш буйынса +6, +11, көндөҙ +28, +33 градус.
Йәкшәмбе, 1 июндә, Башҡортостанда йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө ел иҫә. Һауа температураһы төндә + 12, +17 градус, көнсығыш буйынса +6, +11, көндөҙ +28, +33 градус.